Найти тему
Башҡортостан гәзите

Иҡтисадыбыҙ ни хәлдә?

Башҡортостан өсөн улар ярайһы уҡ яҡшы. Федераль Министрҙар кабинеты биргән мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, күрһәткестәрҙең күпселеге 2021 йылдағына тиклем тергеҙелгән. Санкцияларҙан һуң Рәсәй иҡтисады тиҙ арала аяҡҡа баҫты. Ҡайһы бер өлкәләрҙә сикләүҙәр ҡатмарлыҡ тыуҙырһа ла, импорт технологияларын үҙебеҙҙекенә алмаштырыу еңеллек килтерҙе. Сәнәғәт производствоһында ыңғай динамика күҙәтелә. Нефткә һәм газға хаҡ түбәнәйеүҙең йоғонтоһо әлегә һиҙелмәй. Шуныһы ҡыуаныслы: республикабыҙ сәнәғәт производствоһы индексы буйынса тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙәге уртаса кимәлдән юғарыраҡ темп күрһәтте. Сафҡа индерелгән торлаҡ күләме буйынса беҙ ил төбәктәре араһында етенсе урынды һаҡлап ҡалабыҙ һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткестәрҙе 5,6 процентҡа яҡшыртҡанбыҙ. Үҙәк Банк һәм РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы ярҙамында инфляция күрһәткесе түбән позицияла ҡала. Ҡайһы бер тармаҡтарҙа (мәҫәлән, автомобиль сәнәғәте, хеҙмәтләндереү өлкәһе) ихтыяждың кәмеүе арҡаһында хаҡтарҙың артыуы һиҙелә. Хеҙмәт баҙарында ла хәл тотороҡло – эшһеҙлек 3,1 процент тәшкил итә. Фото: medargo.ru