Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡотҡарылған ҡыҙҙың кемлеге асыҡланды

Благовещенда Ағиҙел йылғаһында батып барыусы баланы ҡотҡарыуҙары, уны ауыр хәлдә ҡала үҙәк дауаханаһының реанимация бүлексәһенә алып китеүҙәре, кемлеге асыҡланыу өҫтөндә хаҡында хәбәр иткәйне республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Бөгөн ҡыҙ баланың шәхесе асыҡланды. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, анестезиология һәм реанимация бүлексәһенә туғыҙ йәшлек ҡыҙ килтерелгән. Табиптар уның һыуға бата яҙыуын, тәненең ныҡ өшөүен билдәләгән. Ҡабул иткәндә пациенттың хәле ауыр, тотороҡло булған. Диагностика эше дауам итә. Иртән тороуға баланың хәле тотороҡланған. Республика балалар клиник дауаханаһы реаниматологы менән консультациялар үткәрелә. Бәләкәй ҡыҙҙың оло һыу буйында ни өсөн яңғыҙы ҡарауһыҙ йөрөүе әлегә асыҡланмаған. Фото: Башинформ.