Һуғышҡа хәтлем ауылдан ситтә колхоздың тауыҡ фермаһы була. Шунда ҡартатайым ғаиләһе менән тауыҡ фермаһында эшләйҙәр, йәшәйҙәр. Бер төндә, тауышҡа уянып, ул тышҡа сыға. Тауыш ҡош-ҡорт һарайынан килә. Ҡартатай елле генә таяҡ тотоп һарайға инеп, ишекте эстән яба. Ҡараңғы һарай мөйөшөндә янып торған ике күҙ күрә ул. Шунан таяғы менән төнгө ҡунаҡты һарай буйлап баҫтырырға тотона. Ҡыйыҡтың тишегенән һаран ғына ай яҡтыһы төшә, шулай төлкө тип уйлап баҫтырған йәнлеге бүре икәнен танып ҡала һәм дөмбәҫләй башлай. Шул ваҡыт ҡартәсәйем, бабай ни эшләп оҙаҡланы икән тип, һарайға сыға. Ҡартатайым ишек тауышын ишетә лә: "Әбей, мылтыҡты алып сыҡ, бында бүре!" - тип ҡысҡыра. Ҡартәсәйем ҡурҡышынан һарайҙың ишеген тыштан терәтә лә, икебеҙҙе лә бүре ашаһа, балаларҙы кем ҡарар, тип өйгә ҡаса. Әбейенең ишекте терәткәнен ишетеп, башҡаса әмәл юҡ, йә бүре, йә мин, тип ҡартатай йәнтәслим алыша башлай һәм бүрене туҡмап үлтереп ҡуя. Шулай арманһыҙ булып, хәлдән тайып ишеккә терәлеп ултыра. Бабай тереме, үлеме икә