Найти тему
Башҡортостан гәзите

Студенттар кампусын һанлаштырыу мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үтте

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын һанлаштырыу мәсьәләһе буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Хөкүмәт Рәйесе Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы етәкселегендә эшсе төркөм ойошторолоуын иҫкә төшөрҙө. Уның составына юғары уҡыу йорттары, шулай уҡ «Уралком», «Ситроникс» һәм «Кампус» компаниялары вәкилдәре инә. - Эшсе төркөм алдына бурыстар ҡуйылды, улар араһында – юғары уҡыу йорттарында кампус инфраструктураһын һәм сервистарын үҫтереү мөмкинлектәренә һорау алыу үткәреү; мәғлүмәт системалары һәм мәғлүмәти-коммуникация технологиялары менән тәьмин итеү буйынса техник эш әҙерләү; кампусты һәм кәрәкле һанлы сервистарҙы мультимедиялы йыһазландырыу проектын әҙерләү, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды етәксе. Андрей Назаровҡа һәм кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға мультимедиа ҡарарҙары менән һанлы кампус концепцияһы тәҡдим ителде. Презентациянан һуң йыйылыусылар кампустарҙың маҡсатлы образын тикшерҙе. Шулай уҡ «Аҡыллы кампус»тың интеграцион йәҙрәһе һәм һанлы мәғлүмәттәр моделе тураһында мәсьәлә күтәрелде. Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, кампустың һанлы инфраструктураһын һәм сервистарын проектлау һәм тормошҡа ашырыу буйынса әлеге ваҡытта РФ Фән һәм юғары белем биреү министрлығы, Мәскәү дәүләт төҙөлөш университеты ҡарамағындағы Төҙөлөш тармағы компетенциялары үҙәге, БР Мәғариф һәм фән министрлығы һәм БР юғары уҡыу йорттары вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр үткәрелгән. Премьер-министр, юғары уҡыу йорттарынан кампустың беренсе сиратының төп һанлы сервистарын тормошҡа ашырыуға рәсми һорау алынды, тип билдәләне. Артабан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов төҙөлөш буйынса бурыстарҙы үтәү тураһында һөйләне. Кампусты һанлаштырыу тураһында ентеклерәк БР дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин һөйләне. Проекттың беренсе сиратын реконструкциялау буйынса төҙөлөш эштәре барышы һәм төҙөлөш план-графигын тормошҡа ашырыу барышы тураһында ентекле рәүештә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев һәм төҙөлөш бүлеге буйынса проект офисы етәксеһе урынбаҫары, «Кампус» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Сыңғыҙхан Хәсәнов хәбәр итте. Эш кәңәшмәһен тамамлап, Андрей Назаров ойоштороу планының төп мәсьәләләренең береһе – эштәрҙе башҡарыусы менән мөнәсәбәттәрҙе юридик яҡтан рәсмиләштереү, тип билдәләне. Сығанаҡ һәм фото: