Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Стәрлебаштағы реабилитация үҙәге нисек йәшәй?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәге менән танышты. Стәрлебашта урынлашҡан учреждение Күмертау ҡалаһының филиалы булараҡ асылған. 27 урынға иҫәпләнгән үҙәктә реабилитация һәм абилитация буйынса хеҙмәттәр күрһәтелә, дауалау физкультураһы, физиотерапия дауалау программалары тормошҡа ашырыла. Бында шулай уҡ психолог, логопед, дефектолог дәрестәр үткәрә. 2019 йылда Радий Хәбиров Стәрлебаш районы буйлап эш сәфәре барышында элекке поликлиниканы ремонтлап, реабилитация үҙәгенә әйләндерергә ҡушҡайны. Яңыртылған учреждение 2021 йылда асылған. Төбәк етәксеһе пациенттар менән аралашты, дауалау кабинеттарын, ҡабул итеү бүлеген ҡараны һәм учреждениены артабан үҫтереү буйынса фекер алышты. Филиал директоры Рәмил Ардыуанов хәбәр итеүенсә, 2023 йылдың 7 ноябренә тиклем үҙәк биләмәһе республика бюджеты иҫәбенә төҙөкләндереләсәк. Фото: glavarb.ru