Билдәле Рәсәй йондоҙо, йырсы Алһыу йәйге ялын атаһының тыуған ере – Илеш районының Уяндыҡ ауылында үткәрә. Бында ул әсәһе, ике ҡыҙы һәм улы менән килгән. Был турала йырсы социаль селтәрҙә яҙған. “Көс урыны. Башҡортостан, Уяндыҡ ауылы. Бында минең атайым тыуған, бында минең бала сағым үтте, был изге урында олатайым, өләсәйем, яҡын туғандарым ерләнгән. Күптән килгән юҡ ине, әле Сәфинә, Микелла һәм Рафаэль менән килдек. Балаларға бик оҡшаны, беҙ, әйтерһең, бәхет энергияһы менән тулыландыҡ”, – тип яҙҙы Алһыу. Шулай уҡ ул бала сағында ауылдың бөтөнләй икенсе төрлө, ярлы булыуы хаҡында һөйләгән. Уның атаһы Рәлиф Сафин Уяндыҡты яңынан тергеҙгән. Ул күрше Андреевка ауылында урынлашҡан мәктәпте тамамлаған. 15 йәшендә “бер тоҡ бәрәңге” менән Өфөгә нефть институтына уҡырға инергә киткән. Мөмкинлек килеп сыҡҡас, бәләкәй ватанына ярҙам итә башлаған. Уның әсәһенең исемен йөрөткән “Хәлиҙә” мәсетен төҙөткән, юлға асфальт һалдырған, кешеләргә кирбес йорттар төҙөргә ярҙам иткән, эш урындары булдырған, А