Бөгөн Сибай тимер юл вокзалына «Еңеү поезы» килде. Был - Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары тураһында күсмә күргәҙмә-музей. Ҡала хакимәите башлығы Азамат Юлдашбаев етәкселегендәге делегация, ҡаланың ирекмәндәр ойошмалары «Еңеү поезы»н алҡыштарға күмеп ҡаршыланы. Проекттың ойоштороу комитеты етәксеһе Сергей Лукша белдереүенсә, «Еңеү поезы» - донъялағы беренсе күсмә музей. Рәсәй буйлап сәйәхәткә поезд 2020 йылдың октябрендә Мәскәүҙән юлға сыҡҡан. Беҙҙең илдә йөҙәр меңләгән кеше дүрт меңдән ашыу үҙенсәлекле реквизиттан һәм 150-нән ашыу фигуранан торған музей менән яҡындан таныша алды. «Еңеү поезы» йөҙләгән ҡалала булған. Беҙ Ҡара диңгеҙҙә һәм Тымыҡ океанда эшләнек, Транссебер магистрален киҫтек. Беҙҙең бурыс - күргәҙмәне бөтә Рәсәй халҡына күрһәтеү. Һәр кем эре музейҙарға бара алмағанға, беҙ илебеҙҙең бөтә ҡалаларына ла инеп сығырға тырышабыҙ", - ти Сергей Лукша. “Еңеү поезы” уникаль комплексын булдырыу идеяһы Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығына ҡарай. Рәсәй тимер юлдары вагон составын бирә, видеоконтентты “Ҡыҙыл квадрат” медиатөркөмө булдыра, ә музейҙың үҙен “Невский баталист” ижади оҫтаханаһы әҙерләй. Тетрәндергеес Еңеү тарихын үҙ күҙҙәрегеҙ менән күргегеҙ килһә, "Еңеү поезы"н ситләп үтмәгеҙ! Фото: Лена Мөхәмәтова.