Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы субсидия формаһында грант алыу өсөн конкурс һайлап алыуында ҡатнашып, еңеү яулаған мәктәпкәсә шәхси белем биреү ойошмаларының исемлеге менән таныштырҙы. Белеүебеҙсә, быйыл Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында шәхси балалар баҡсаларына 1,5 йәштән өс йәшкә тиклемге балаларға өҫтәмә урын булдырыуға йүнәлтелгән гранттар биреү тәртибенә үҙгәрештәр индерелде. 2020 йылдан шәхси мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында 1,5-3 йәшлек балалар өсөн бер мең өҫтәмә урын булдырылған. Был башланғыс ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” төбәк проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Яңы үҙгәрештәргә ярашлы, ойошмала мәктәпкәсә белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн милек хоҡуғында йәки башҡа законлы нигеҙҙәр буйынса өҫтәмә урындар барлығын раҫлаған документтар (күсермәләр) биреү кәрәклеге тураһында пункт өҫтәлде. Шәхси балалар баҡсаларынан грант юллау буйынса ҡабул ителгән ғаризаларҙы баһалау йәһәтенән дә бер аҙ төҙәтмәләр индерелде. Ошо көндәрҙә республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы раҫлаған исемлеккә ярышлы, Өфө ҡалаһының шәхси балалар баҡсаларында грант иҫәбенә 151 өҫтәмә урын барлыҡҡа киләсәк. Атап әйткәндә, “Игроград” баҡсаһында – 34, шәхси эшҡыуар А.Ф. Әхтәмов тарафынан – 50, шәхси эшҡыуар Г.И. Ҡыуатова ҡарамағындағы учреждениела – 31, “МФДЦ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә 36 урын булдырыла. Бына шулай, килешеп эшләү ике яҡ өсөн дә отошло. Федераль һәм республика тарафынан бүленгән ярҙам, гранттар иҫәбенә шәхси балалар баҡсаларында өҫтәмә урындар булдырыла, һөҙөмтәлә бихисап ата-әсә сабыйын мәктәпкәсә тәрбиә учреждениеһына йөрөтөү мөмкинлегенә эйә була. Фото: yuga.ru