Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ирҙәр монастырында ла йәшәп ала

Благовещендан “Монах” позывнойлы ир тәүгеләрҙән үҙ теләге менән хәрби операцияға юллана. - Хәрби тәжрибәһе юҡ, хеҙмәт бурысын тыныс мәлдә үтәп ҡайтты. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул Донецк һәм Луганск халҡының яҙмышына битараф ҡалмай, үҙ теләге менән хәрби операция биләмәһенә юлланды, - тип һөйләй уның өләсәһе. Үҫмер сағында ул Успенскийҙағы Изге Георгий ирҙәр монастырында йәшәгеһе килә. Монастырь настоятеле егетте был ниәтенән кире дүндерергә уйлай, әммә барыбер уны ала. Егет унда төрлө йомоштар үтәй, намаҙ хеҙмәттәрендә ҡатнаша. Аҙаҡ ошо хәлгә бәйле махсус хәрби операцияла ул үҙенә ҡушаматты ла “Монах” тип ала. Яңыраҡ яугир отпускыға ҡайтып киткән. Өләсәһенең һүҙҙәренә ҡарағанда, унда етди үҙгәреш бар. - Махсус операцияға тиклем ул ғәмһеҙерәк булһа, хәҙер ҡарашы ҡатыланған, тик моңһоулығы бар. Тормошто тәрәнерәк аңлағанлығы, уны баһалағаны күренеп тора, - ти яҡыны. Әле “Монах” тағы яуҙа. Һирәк-һаяҡ шылтыратҡанында ғаиләһен, ҡатынын, ҡыҙын һағынғанлығы тураһында һөйләй. Улар ҙа үҙ сират

Благовещендан “Монах” позывнойлы ир тәүгеләрҙән үҙ теләге менән хәрби операцияға юллана. - Хәрби тәжрибәһе юҡ, хеҙмәт бурысын тыныс мәлдә үтәп ҡайтты. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул Донецк һәм Луганск халҡының яҙмышына битараф ҡалмай, үҙ теләге менән хәрби операция биләмәһенә юлланды, - тип һөйләй уның өләсәһе. Үҫмер сағында ул Успенскийҙағы Изге Георгий ирҙәр монастырында йәшәгеһе килә. Монастырь настоятеле егетте был ниәтенән кире дүндерергә уйлай, әммә барыбер уны ала. Егет унда төрлө йомоштар үтәй, намаҙ хеҙмәттәрендә ҡатнаша. Аҙаҡ ошо хәлгә бәйле махсус хәрби операцияла ул үҙенә ҡушаматты ла “Монах” тип ала. Яңыраҡ яугир отпускыға ҡайтып киткән. Өләсәһенең һүҙҙәренә ҡарағанда, унда етди үҙгәреш бар. - Махсус операцияға тиклем ул ғәмһеҙерәк булһа, хәҙер ҡарашы ҡатыланған, тик моңһоулығы бар. Тормошто тәрәнерәк аңлағанлығы, уны баһалағаны күренеп тора, - ти яҡыны. Әле “Монах” тағы яуҙа. Һирәк-һаяҡ шылтыратҡанында ғаиләһен, ҡатынын, ҡыҙын һағынғанлығы тураһында һөйләй. Улар ҙа үҙ сиратында яҡындарының иҫән-һау тиҙерәк ҡайтып инеүен теләй. Мәғлүмәт сығанағы һәм фото: ”Моя Уфа”.