Ошо көндәрҙә илебеҙ Президенты Владимир Путин мәктәп уҡыусыларын файҙалы йәмәғәт эштәренә йәлеп итеү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Мәғариф тураһындағы законға уҡыусыларҙың хеҙмәткә ҡағылышлы бурыстары индерелде. Бында һүҙ иң ябай эштәр – уҡыу бүлмәләрендә таҙалыҡты һаҡлау, байрамдарға белем усағын биҙәү, мәктәп биләмәһенә ағастар һәм сәскәләр ултыртыу һәм башҡа саралар тураһында бара. Законға ярашлы, бынан һуң “тәрбиә” төшөнсәһе уҡыусыларҙа эшһөйәрлек, хеҙмәткә яуаплы ҡараш булдырыу кеүек ғәмәлдәрҙе һәм бурыстарҙы ла үҙ эсенә ала. Эш төрҙәре балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып ҡушыласаҡ, бының өсөн ата-әсәләрҙең рөхсәте кәрәкмәй. Ғәмәлгә ингән үҙгәрештәрҙең тағы береһе – “Тормош эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге” нигеҙҙәре фәне “Хәүефһеҙлек һәм Тыуған илде һаҡлау нигеҙҙәре” тип аталасаҡ. Шулай уҡ яңы уҡыу йылында мәктәптәргә көмөш – II дәрәжә “Уҡыуҙағы айырым уңыштар өсөн” миҙалы кире ҡайтарыла. Ул элеккесә башҡа фәндәрҙән гел “бишле”гә өлгәшеп, аттестатында ике фәндән “дүртле” булған уҡ