Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә үткән Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында йылдам үҫеш биләмәләре һәм махсус иҡтисади зона сиктәрендә индустриаль парктар булдырыу мәсьәләһе ҡаралды. Министрҙар кабинеты башлығы әҙер инфраструктуралы етештереү майҙансыҡтарына ихтыяждың даими артыуын билдәләне. Улар инвесторҙарҙың сығымдарын ярайһы уҡ кәметергә мөмкинлек бирә. Бындай майҙансыҡтар булдырыу инвестиция сәйәсәтенең төп элементтарының береһе булып тора. - Индустриаль парктар булдырылған төбәктәр һаны 10 йылда ике тапҡырҙан ашыуға - 33-тән 73-кә тиклем артҡан. Уларҙың һаны буйынса республика Рәсәйҙә дүртенсе һәм Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй. Шул уҡ ваҡытта махсус иҡтисади зоналарҙа һәм йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрендә индустриаль парктар инвесторҙар өсөн уникаль шарттар комплексын булдыра. Республикала резиденттарҙың инвестицияларҙың дөйөм күләме 45 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә, 32 мең эш урыны булдырылды, - ти Андрей Назаров. Был мәсьәлә буйынса Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев, әлеге ваҡытта бөтә кәрәкле инфраструктура менән төбәктең әҙер майҙансыҡтарына инвесторҙарҙың ихтыяжы артыуы күҙәтелә, тип һөйләне. Хәҙер Башҡортостанда асылған индустриаль парктар төрлө производстволарҙағы яңы «үҫеш нөктәләрен» барлыҡҡа килтерә. Бөгөнгә республикала 12 индустриаль (сәнәғәт) паркы һәм 19 сәнәғәт технопаркы теркәлгән, 170 резидент эшләй. Андрей Назаров Финанс министрлығына Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы менән берлектә индустриаль парктар булдырыу һәм уларҙы үҫтереү өсөн федераль аҡсаны реинвестициялау мөмкинлеге мәсьәләһен ентекләп өйрәнергә ҡушты. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.
Индустриаль парктар һаны буйынса тәүге биш төбәк иҫәбендәбеҙ
8 августа 20238 авг 2023
1 мин