Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү мәсьәләһе ҡаралды

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендә үткән сираттағы кәңәшмәлә төбәктә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү реформаһын тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде. Министрҙар кабинеты башлығы республиканың ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү реформаһын тормошҡа ашырыу буйынса лидер булырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әммә «Дүртөйлөмелиоводстрой» төбәк операторының эшмәкәрлек зонаһында ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуҙы. Компания биш муниципаль берәмек биләмәһенән сүп-сар сығарыу буйынса үҙ йөкләмәләрен үтәүҙән баш тартты, шуға күрә уның төбәк операторы статусын тартып алыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Компанияның ҡалдыҡтарҙы сығарыуҙы тергеҙергә маташҡан булып ҡыланған осраҡтар теркәлгән. Әммә был дөрөҫлөккә тап килмәгән. Машиналар элек муниципалитеттарҙың көсө менән сүп-сар сығарып түгелгән урындарға оҙатылған. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу менән бәйле ағымдағы хәл, шул иҫәптән 2-се төбәк операторы эшмәкәрлеге зонаһында ҡалдыҡтарҙы сығарыу буйынса эштәрҙе ойоштороу тураһында һөйләне. Кәңәшмәне йомғаҡлап, Андрей Назаров республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына муниципалитет хакимиәттәре менән берлектә 1 сентябргә тиклем ойошмаларға һәм шәхси эшҡыуарҙарға «Эко-Сити» компанияһы менән килешеүҙәр төҙөү өсөн шарттар булдырырға ҡушты. - 2-се зонала муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренә Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән берлектә клиент офистарын асыу, яңы кадрҙар һайлау йәһәтенән төбәк операторына булышлыҡ итергә, - тип йомғаҡ яһаны Премьер-министр. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.