Физик культура, йәштәр спорты һәм туризм университетының спорт неврологияһы лабораторияһы мөдире, билдәле табип-невролог һәм рефлексотерапевт Виктор Косстың кәңәштәрен ҡолаҡ һалайыҡ. Уның фекеренсә, һәр физик әүҙемлек кешенең кәйефенә ыңғай йоғонто яһай. Баҡтиһәң, мускулдарыбыҙ хәрәкәт иткәндә эндорфиндар – бәхет гормондары – күберәк бүленеп сыға икән. Шуға кәйефегеҙҙе күтәргегеҙ килһә, бер аҙ булһа ла йүгерергә, велосипедта йөрөп килергә мөмкин. Әгәр ҙә был сараларҙы ҡулланыу өсөн ваҡытығыҙ етеңкерәмәй йәки мөмкинлегегеҙ юҡ икән, белгес кәңәш иткән ете күнегеүҙе эшләргә өйрәнегеҙ. Уларҙы һеҙ теләгән урында – эштә, өйҙә, ихатала, подъезда, хатта лифтта – тиҙ генә яһарға мөмкин. Иң мөһиме: теләк кенә булһын! Виктор Косстың әйтеүенсә, кешенең үҙәк нервы системаһында өс төп вегетатив үҙәк бар. Уларҙың әүҙемлеге туранан-тура кәйефкә йоғонто яһай икән. Тимәк, улар әүҙем хәрәкәттә икән, кәйеф тә бик яҡшы буласаҡ, әгәр “ял итә” икән, кешелә күңел төшөнкөлөгө, апатия һәм хатта депрессия барлы