8 августа Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө хосписын ҡараны. Был - илдәге өлкәндәргә һәм балаларға паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн проектланған берҙән-бер ойошма. Хоспис быйыл июнь аҙағында эшләй башланы. Уны Рәсәйҙең Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров асты. Объект баш ҡаланың көньяғында урынлашҡан. Биналарҙың дөйөм майҙаны – 13 мең квадрат метр самаһы. Стационар 60 койка урынына иҫәпләнгән. Уларҙың 20-һе – балалар өсөн. Ата-әсәләр һәм туғандар өсөн айырым ҡунаҡ бүлмәләре ҡаралған. Ойошма биләмәһендә саф һауала йөрөү һәм балалар өсөн адаптив майҙансыҡ бар. Комплекс эшҡыуарҙарҙың һәм айырым кешеләрҙең хәйриә аҡсаһына төҙөлдө. Күп кенә компаниялар проектҡа үҙ хеҙмәттәре һәм продукцияһы менән ярҙам итте. Улар араһында “Газпром межрегионгаз Өфө», «Башинформсвязь», «Башҡортостан электр селтәре компанияһы», «ИСК», «Астро-лифт», «Өфөгорсвет», «Горзеленхоз» бар. “Башҡорт сода команияһы” ла х