Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Әсәй, батам!.."

Көндәр эҫе тора, халыҡ күпләп йылға-күл буйҙарында ваҡыт уҙғара. Матур ял итеүҙәре, берҙән, ҡыуаныслы, икенсе яҡтан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әленән-әле һыуға батыусылар тураһында ла ишетелеп тора. Кисә Татарстандың Баулы ҡалаһында Туймазынан 44 йәшлек Эльвира Мостафина бассейнда батҡан 10 йәшлек малайҙы ҡотҡара. Ҡатын һөйләүенсә, ул йөҙөп йөрөгән үҙ ҡыҙын күҙәткәндә, “Әсәй, батам!” тип ҡысҡырғандарын ишетә. “Күҙ алдымда таныш булмаған малай һыу төбөнә китте. Ҡалҡып сыҡты ла ҡысҡыра-ҡысҡыра тағы төшөп китеп юғалды. Мин тиҙ генә һыуға инеп уны бассейн төбөнән һөйрәп сығарҙым”, тип һөйләй Эльвира. Был мәлгә малайҙың әсәһе лә йүгереп килеп етә, ул балаһын ҡотҡарған ҡатынға рәхмәттәрен яуҙыра. Әле малай менән барыһы ла яҡшы. Шундай осраҡта юғалып ҡалмай, тиҙ генә ярҙамға ташланып, кеше ғүмерен ҡотҡарған яҡташыбыҙға афарин тибеҙ! Фото: ”Моя Уфа”.