Махсус хәрби операцияла һәләк булған “Сибай” халыҡ бейеү ансамбле солисы, талантлы бейеүсе Илнар Хәтмуллиндың баҡыйлыҡҡа күсеүенә 40 көн. “Бөгөн 40 көн, ышана алмайым”, - тип яҙҙы Илнарҙың әсәһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лариса Хәтмуллина. Ул йөрәк зарына ауаздаш шиғыр ҙа ҡуйҙы. Эйе, әсә йөрәгендә ғәзиз балаһы, уны яҡты һыны, алсаҡ йылмайыуы мәңге йәшәр. “Әллә күҙҙәр тейҙе балаҡайҙарымдың бәхетенә. Ҡараңғы гүрҙәре яҡты, йәнкәйе ожмах түрҙәрендә булһын кейәүкәйемдең. Яратабыҙ, һағынабыҙ”, - тип яҙҙы Альбина Бикбулатова. Илнар бик күптәрҙең күңел түрендә үҙенең дәртле бейеүҙәре менән уйылып ҡалды. Талантлы бейеүсенең, яугир егеттең йәне йәннәттә булһын. Яҡындарына сабырлыҡ, ныҡлыҡ теләйбеҙ. Фотолар: vk.com/id212056902 һәм https://vk.com/khatmullina79