Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өфөләргә – яңы медицина учреждениеһы

8 августа Өфөлә Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Затон биҫтәһендә урынлашҡан 9-сы дауахананың яңы поликлиникаһында булды. Учреждение “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Яңы поликлиника өр-яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Ул сменаһына 900 кешене ҡабул итә алыуға иҫәпләнгән. Поликлиника базаһында йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефенә идара итеү үҙәге лә эшләй. Михаил Мурашко ауырыуҙарҙың ошо категорияһын маршрутлаштырыу нисек ойошторолоуы менән ҡыҙыҡһынды. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры менән төбәк етәксеһе шулай уҡ 6-сы балалар поликлиникаһына барҙы. Бында Михаил Мурашко балалар баҡсаһы һәм мәктәптәрҙә күсмә ҡабул итеүҙе нисек ойоштороуҙары хаҡында һорашты. – Балаларға һәм йәштәргә сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу һәм сирҙе иҫкәртеү тураһында аңлатыу мөһим. Шуларҙың иң төп йүнәлештәренең береһе – вакцинация, – тине министр. Башҡортостан Башлығы яҡын киләсәктә Өфөләге медицина ойошмалары күләмле яңыртыу үтәсәге хаҡында һөйләне. – Бөгөнгө көндә Затонда юғары технологиялы ҡоролма менән йыһазландырылған иң шәп поликлиника эшләй. Киләсәктә башҡа медицина учреждениеларында ла эш башлаясаҡбыҙ. 2024 йылда был маҡсатҡа бюджеттан 500 миллион һум аҡса бүленәсәк, артабан иһә сумманы арттырырға иҫәп тотабыҙ, – тине Радий Хабиров. Фото: glavarb.ru