Иглин районының Аҡбирҙе ауылында бәхетһеҙ хәл теркәлгән. Шәхси йорт гаражында 7 йәшлек бала автомобилде асҡысын бороп ҡабыҙғандан һуң машина артҡа эйә һәм шул ыңғайы 2 йәшлек малайҙы ҡапҡаға ҡыҫа. Ауыр хәлдәге баланы дауаханаға алып китәләр. Табиптар уның хәлен ныҡ ауыр тип баһалай, ул әле яһалма һулыш алыу аппаратына тоташтырылған. “Федераль үҙәктәр менән телемедицина консультациялары үткәрелде, дауалау алымы тураһында килешелде, рекомендациялар теүәл үтәлә”, тип хәбәр итәләр төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. Сабыйҙың тиҙерәк һауығыуын теләйбеҙ. Ата-әсәләр! Балаларға ҡарата иғтибарлы булайыҡ, уларҙы һаҡлыҡ ҡағиҙәләренә өйрәтәйек. Фото:"Моя Уфа".