Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бында уны белмәгән кеше юҡтыр

Фәрит Абдуллинды Хәйбулла районында белмәгән кеше юҡтыр... Күптәргә сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, ашығыс медицина ярҙамы кәрәк булғанда тәжрибәле табип анестезиолог-реаниматолог менән осрашырға тура килгәндер. Абруйлы табип ошо көндәрҙә үҙенең 70 йәшен билдәләгән. Фәрит Хәмзә улы 1980 йылда Башҡорт медицина институтын тамамлағас, Тажикстан ССР-ында өлкә санэпидстанцияһының коммуналь гигиена бүлеге мөдире вазифаһында йылдан ашыу эшләгәндән һуң, тыуған яҡтарына ҡайта. 1981 йылда Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына табип анестезиолог-реаниматолог булып эшкә төшөп, бына инде 42 йыл ошо яуаплы эште башҡара. Ул күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн “Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы исемен йөрөтә. Тәжрибәле һәм абруйлы табипты оло юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да эшендә уңыштар теләйбеҙ! Фото: Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы.