“Салауат Юлаев”, “Динамо”, “Металлург” һәм “Автомобилист” Башҡортостан Республикаһының FONBET Кубогы өсөн үҙ көсөн һынаясаҡ. 10 – 13 августа Өфөлә “Башҡортостан Республикаһының FONBET Кубогы өсөн" турниры ойошторола. Унда “Салауат Юлаев”, “Динамо” (Мәскәү), “Металлург” һәм “Автомобилист” ҡатнаша. “Динамо” ике тапҡыр Гагарин кубогын яуланы. Олимпия уйындары чемпиондары Илья Каблуков менән Никита Гусев ҡатнаша. Улар быйыл йәй был командала уйнай башланы. “Динамо” иһә икенсе тапҡыр Өфөләге турнирҙа үҙ көсөн һынай. Былтыр ул икенсе урын яулағайны, ә беренсе урында юлаевсылар ине. “Металлург” – Гагарин кубогын икенсе тапҡыр яулаусы. Өҫтәүенә ул Башҡортостан Республикаһы Кубогына матчтарҙа даими ҡатнаша. Магнитогорск командаһы турнирҙа туғыҙынсы тапҡыр уйнаһа ла, бер тапҡыр ҙа беренсе урынға сыға алманы. Команда капитаны – лиганың иң яҡшы һаҡсыларының береһе Егор Яковлев. Ул, белеүебеҙсә, Олимпия уйындары чемпионы. “Автомобилист” икенсе тапҡыр был турнирҙа ҡатнаша. Йәй был команданан Өфө к