22-25 августа Башҡортостандың Бөрйән районында Волга буйы федераль округының IV «Йәштәр йыйыны - 2023» йәштәр гражданлыҡ форумы үтәсәк. Форум палаткалы лагерь форматында ойошторола. Сарала Башҡортостан һәм Волга буйы федераль округы төбәктәре йәштәре, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм Ҡазанда уҡыған яҡташтарыбыҙ, шулай уҡ йәштәр сәйәсәте органдары һәм учреждениелары вәкилдәре ҡатнаша. - Республика йәштәре йыл һайын Бөтә Рәсәй форум кампанияһында ҡатнаша. Һүҙ «iВолга», «Мәғәнәләр биләмәһе», «ШУМ», «Таврида» кеүек утыҙлаған бөтә Рәсәй һәм округ саралары хаҡында бара. Бер нисә йыл элек Башҡортостанда ҙур йәштәр форумы майҙансығын ойоштороу өҫтөндә эшләй башланыҡ. Республика йәштәрен, ситтә йәшәүсе яҡташтарыбыҙҙы, Рәсәй төбәктәре егеттәрен һәм ҡыҙҙарын бер нөктәлә йәлеп итеү тураһында ниәт ҡуйҙыҡ. Шулай итеп «Йәштәр йыйыны» барлыҡҡа килде. Башҡорт теленән «йыйын» һүҙе осрашыу мәғәнәһендә тәржемә ителә. Форумдың исемен һәм идеологияһын формалаштырған саҡта, башҡорт колоритына, йәштәр