Бөгөнгө геройыбыҙ – Мәсетле районының Һабанаҡ ауылы старостаһы, мәсет имамы Айнур Зәбихуллинды ауылдаштары ғына түгел, бар район халҡы белә һәм хөрмәт итә. Хәйриәлек менән шөғөлләнгән, тыуған ауылын тағы ла күркәмерәк итеп була икәнен үҙ миҫалында иҫбатлаған геройыбыҙҙың тырышлығы бушҡа китмәй: изге эштәргә башҡалар ҙа ҡушыла. Йәштән спорт менән дуҫ ир-егет, ошо йүнәлештә юғары белемгә эйә булып, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн секция ла алып бара. Абруйлы уҡытыусы-тренер үҫмерҙәр күңеленә изгелек орлоҡтары һалыуҙы, маҡсаттарға өлгәшергә өйрәтеүҙе лә бурысы тип һанай. ...Аварияға осрап, әллә нисә көн һәм төн йәшәү менән үлем араһында ҡалып, ниһайәт, аңына килгән егеттең башында бер уй: иманға килергә. Үҙенең иҫән ҡалыуын Күктәрҙең ярлыҡауы, уға ниндәйҙер мөһим бурыс һалыуы тип ҡабул итә ул. Быға ҡәҙәр тыуған ауылында мәсет һалыу эшендә дәррәү ҡатнашҡан, унан яңғыраған аҙан тауышын һоҡланып тыңлаған йәш егет ул саҡта тулыһынса дингә баҫырға йөрьәт итмәй әле. Тиҫтерҙәре менән йәш-елкенсәкте ни ҡыҙыҡһындырһа, шуның менән булып йөрөгән Айнурҙы яҙмыш, ошондай ҡаты һынау ебәреп, һаулығын ғына түгел, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, иман юлына этәрә, тиерһең... Ниәтендә тора ул. Бына шул мөғжизәле һауығыуынан бирле геройыбыҙҙың йәшәйеше әҙәм балаһы өсөн изге, өҫтөнлөклө булған ҡиммәттәргә нигеҙләнә. Ауылдың абруйлы шәхесе Рафаэль Ниғмәтуллин уға дин нигеҙҙәрен төшөндөрә, намаҙ уҡырға өйрәтә. “Яхъя Рафаэль улы миңә әле лә ҙур таяныс булып ҡала”, – ти Айнур, хөрмәтле уҙаманды үҙенең остазы тип һанап. Дини белемен тәрәнәйтер өсөн ул ситтән тороп Өфөлә мәҙрәсәлә лә уҡый. “Бер йомарлам майың булһа, яртыһын күршеңә бир” тип өйрәтеп үҫтергән әнкәйенең (өләсәһенең) һүҙҙәрен йыш иҫенә төшөрә Айнур һәм ошо изге аҡылға тоғро ҡала. Мәсет янында “Аиша” хәйриә йорто асып, ауырыраҡ йәшәгән ғаиләләргә, ҡараусыһыҙ өлкән кешеләргә аҙыҡ-түлек менән ярҙам итеүҙе ойоштора. “Ниңә кәрәк ул?” тип фекер йөрөткән әҙәмдәр осраһа ла, донъяла мәрхәмәтле кешеләр күберәк, тигән һүҙҙәр хаҡ икәненә инана. – Фани донъя артынан ҡыуып, байлыҡта кем кемде уҙыр тип ярышҡансы, динебеҙ өйрәткән һабаҡты тотоп, изге ғәмәлдәр ҡылыуҙа ярышырға кәрәк. Ошо беҙҙең девиз булырға тейеш, – ти Айнур. Йәш имамдың ихлас ынтылышын күтәреп алып, ярҙам тәҡдим итеүселәр табылып тора. Хәҙерге заманды интернетһыҙ, шундағы социаль селтәрҙәрһеҙ күҙ алдына килтереп булмай, бөтә мәғлүмәт шунда өйөрөлә – Айнурҙы тотош Мәсетленән, хатта ситтән дә эшҡыуарҙар, битараф булмаған халыҡ үҙе эҙләп таба. Хәйриәлектән тыш, ир-егеттең тыуған төйәгендәге тормошто яҡшыраҡ итеү буйынса бихисап ниәттәре бар, уларҙы бойомға ашырыу ҙа ниндәйҙер әкиәт түгел. Айнур “Атайсал” проекты менән 2021 йылда таныша, һәм үҙе лә хыялдарын тормошҡа ашырыу теләге менән яна башлай. – Балалар спорт менән шөғөлләнергә тейеш. Шуға ла бер хыялым бар: хоккей майҙансығы эшләтеү, – ти илһөйәр. Спортҡа ылыҡтырып ҡына ҡалмай, йәш быуынды иманлы, әҙәпле, тыуған яғының ҡәҙерен белгән кешеләр итеп үҫтереүгә ҡулынан килгәнсә өлөш индерә. Ер ҡарҙан әрселеү менән, бергәләшеп тирә-йүнде сүп-сарҙан таҙарталар, был эш ҡыш еткәнсе тынмай. Эшләгәндәренең һөҙөмтәһен күреп, ихлас ҡыуаналар. Иң дәртләндергәне – иманға йөҙ борған кешеләрҙең артыуы. Ә өлкәндәр янында бер бөртөк кенә баланың күренеүе күңелгә бөткөһөҙ өмөт өҫтәй, артабан тырышырға илһам бирә. Йәнтөйәгенең ысын патриоты булған Айнурҙың тыуған ауылын матурлау буйынса идеялары күп. Һабанаҡты турист урыны итеп үҫтерергә лә мөмкин, ти ул. Хозур тәбиғәт ҡосағында, йәмле Әй йылғаһы буйында урынлашҡан ауылдың быға мөмкинлектәре бар. Ауылда пляж волейболы өсөн урын, спорт майҙансығы, парк булдырырға тигән оло-оло ниәттәр менән дә яна. Бындай ҡыйыу пландарҙы тормошҡа ашырыуға уға шундай уҡ оло йөрәкле, мәрхәмәтле ауылдаштары ярҙамға килергә әҙер. Айырым рәхмәтен Айнур шәхси эшҡыуар Д.Н. Кинйәбаевҡа еткерә. Геройыбыҙҙың тыуған төйәгенең, ырыуының тарихын, шәжәрәһен өйрәнеү теләге лә ҙур, был юҫыҡта белем туплай башлаған да инде. Ошоға бәйле идеялары ла етерлек. Айнур Зәбихуллин – бына тигән ғаилә башлығы ла. Ҡатыны Әлиә-Ольга менән дүрт бала тәрбиәләйҙәр: өлкәне Аишаға – 14, Гөлназға – 12, Айгизгә – 10, Айтуғанға – дүрт йәш. Әле ғаилә тағы тулыланырға тора. Әлиә – иренең төп ярҙамсыһы, мохтаждарға ярҙам йыйыуҙы, таратыуҙы ихлас башҡарыша. Үҙе етем булып, балалар йортонда үҫкән йәш ҡатын ауырлыҡтар кисереп йәшәүҙең ни ҡәҙәр ҡыйын икәнен яҡшы белә, шуға ла хәләл ефетенең изге ынтылыштарына теләктәш. ...Әҙерҙе генә көтөп ултырғансы, айырыуса фәлән-фәлән мәсьәләне дәүләт хәл итергә, ҡарарға бурыслы, тип көйәләнеп йөрөгәнсе, һәр кем ҡулынан килгәнде эшләһә, йәшәгән төйәгебеҙ ҙә байтаҡҡа күркәмерәк, таҙараҡ булыр ине. Ағзалары теүәл, һаулығы етерлек булған әҙәм балаһы беләк көсөнә йөрәк талпыныуын ҡушып ҡына ла әллә ни ҡәҙәре файҙалы ғәмәлдәр атҡара ала. Айнур менән уның фекерҙәштәре ошоно иҫбатлай ҙа инде. Ауылды тотоп торған, йәшәйешенә йән өргән, йәнтөйәгенең киләсәген уйлап фекер йөрөткән, ысын илһөйәрлек менән янған әҙәм балалары араһында йәштәрҙең булыуы ни тиклем ҡыуаныслы! Ундайҙарҙың миҫалында үҫеп килгән быуын, тимәк, атайсалдың киләсәге тәрбиәләнә. Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА Мәсетле районы.