Һуңғы ваҡытта ирекмәнлек темаһы ҙур әһәмиәткә эйә. 2020–2022 йылдарҙа меңәрләгән ирекмән коронавирус пандемияһында ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам итте. Былтыр һәм әле ирекмәнлек хәрәкәттәре Рәсәйҙең яңы биләмәләрендә йәшәгәндәргә гуманитар ярҙам йыя, ике меңдән ашыу кеше – табиптар, шәфҡәт туташтары, медицина вуздары студенттары – Донбассҡа, Херсон һәм Запорожье өлкәләренә урындағы табиптар менән йәнәш эшләргә юллана, “Берҙәм Рәсәйҙең йәш гвардияһы” һәм “Ирекмәндәр ротаһы” вәкилдәре лә әүҙем ярҙам итә. Дәүләт иғтибары үҙәгендә Бүленгәнде бүре ашар, тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгәндер. Бөгөнгө геосәйәси ваҡиғалар шауҡымында беҙ бергә булһаҡ, бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәһәк кенә үҙебеҙҙе, милләтебеҙҙе, илебеҙҙе һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ. Шуға Рәсәй етәкселеге ошо йүнәлеште үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүлә. Бының ябай миҫалы – ирекмәндәр институты йылдам үҫешә. Дәүләт ирекмәндәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмай. 2020 йылда Рәсәй Президенты инициативаһы буйынса Конституцияға төҙәтмә ҡабул ителә, уға ярашлы, ирекмәндәргә ярҙам итеү эштең мөһим йүнәлештәренең береһе булып тора. Өҫтәүенә, Рәсәй – быны үҙенең Төп Законында нығытҡан берҙән-бер ил. 2022 йылда ирекмәндәргә ярҙам итеү өсөн Дәүләт Думаһы бер нисә закон сығарыу инициативаһы ҡабул итте: элемтә хеҙмәттәре сығымдарын компенсациялау һәм был компенсацияны һалымдан азат итеү, шулай уҡ уларҙың ирекле эшмәкәрлеген тормошҡа ашырғанда ғүмерҙәренә һәм һаулыҡтарына зыянды ҡаплау тураһында. Ирекмәндәр буйынса махсус закон нигеҙендә Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһының Йәмәғәт ярҙамы штабы эшләй. Штаб, үҙенең эшмәкәрлегенә ярашлы, Бөтә Рәсәй “Берҙәм Рәсәйҙең йәш гвардияһы” йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының азат ителгән биләмәләренә ярҙам итеү маҡсатында Ирекмәндәр әҙерләү үҙәген асты. Унда теләгән һәр кем тактик медицина нигеҙҙәрен өйрәнә, шулай уҡ “Берҙәм Рәсәйҙең йәш гвардияһы”ның гуманитар миссияһында ҡатнашыусыларҙың эш тәртибен һәм бурыстарын өйрәнә ала. Шулай уҡ майҙансыҡта йәш гвардиясылар ойошманың яңы төбәктәрҙәге эшмәкәрлеге һәм республикала мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә ярҙам тураһында фотокүргәҙмә менән таныштыра. Бынан тыш, башҡа майҙансыҡтарҙа махсус хәрби операция биләмәһенә ебәреү өсөн махсус әйберҙәр күргәҙмәһе, бетеүҙәр, сәләмәтлек беләҙектәре, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн сенсорлы уйынсыҡтар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Штабты асыу тантанаһында “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров ҡатнашты. – Йәмәғәт ярҙамы штабы Ватан мәнфәғәтендә үҫергә һәм эшләргә теләгән әүҙем граждандарҙы берләштерәсәк. Бында кешеләргә үҙ башланғыстарын тормошҡа ашырырға һәм төбәкте үҫтереүгә йүнәлтелгән уңышлы проекттарҙы булдырырға ярҙам итәсәктәр. “Берҙәм тәҙрә” тәртибендә гуманитар миссия менән азат ителгән биләмәләргә барырға йыйынған ирекмәндәрҙе уҡыта аласаҡбыҙ, – тине “Берҙәм Рәсәйҙең йәш гвардияһы” төбәк бүлексәһе етәксеһе, координация советы ағзаһы Оскар Лютов. Рәсәй-Беларусь хеҙмәттәшлеге нығына 26 – 28 июндә республикала Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х юбилей форумы үтте. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда “Ирекмәнлек хәрәкәте – Рәсәй-Беларусь хеҙмәттәшлеген нығытыу шарты. Социаль башланғыстар өсөн яңы мөмкинлектәр” тигән темаға секция ултырышы үтте. Был сарала ҡатнашыусылар белдереүенсә, форумда ирекмәнлек мәсьәләһе беренсе тапҡыр айырым секцияла ҡаралған. Рәсәй Федерацияһынан модератор булып Федерация Советының Социаль сәйәсәт буйынса комитеты ағзаһы Юлия Лазуткина, Беларусь республика советының мәғариф, фән, мәҙәниәт һәм социаль үҫеш буйынса даими комиссияһы рәйесе урынбаҫары Калина Капуцкая сығыш яһаны. Ултырышта ирекмәнлек эшмәкәрлеге төрлө яҡлап тикшерелде. Был йәмәғәт хәрәкәте йәштәрҙе социалләштереү һәм өлкән йәштәге граждандарҙың социаль әүҙемлеген тәьмин итеү ҡоралы, социаль әһәмиәтле бурыстарҙы хәл итеүҙең һөҙөмтәле механизмы, шулай уҡ Рәсәй – Беларусь хеҙмәттәшлеген нығытыу шарты булараҡ ҡаралды. Докладсылар билдәләүенсә, башҡаларға ярҙам итеү кешегә ыңғай йоғонто яһай, ә ирекмәндәр хәрәкәте йәмғиәттә инклюзивлыҡ һәм толерантлыҡ кеүек мөһим сифаттарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итә. – Илебеҙҙә ирекмәнлек йылдам үҫешә, был йәһәттән Ватаныбыҙға ҡағылған проблемалар ҙур роль уйнаны. Коронавирус эпидемияһы ирекле башланғыстарҙың юғары ижтимағи әһәмиәтен күрһәтте. Пандемия ваҡытында үҫешкә ҡеүәтле импульс алғандан һуң, ирекмәндәр хәрәкәте бөгөн дә киңәйеүен дауам итә, – тине журналистар менән әңгәмәлә секция эшенең йомғаҡтары буйынса Юлия Лазуткина. Халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең ҙур ҡеүәте булған иң мөһим ирекле башланғыстар араһында Юлия Лазуткина “Еңеү ирекмәндәре”, “Еңеү поезы”, “Медик-ирекмәндәр”, “Көмөш ирекмәндәр” кеүек проекттарҙы билдәләне. Изгелек, ярҙам – беҙҙең мәҙәни кодтың бер өлөшө Беларусь Республикаһы Милли Йыйылышының Республика советындағы Мәғариф, фән, мәҙәниәт һәм социаль үҫеш буйынса даими комиссияһы рәйесе урынбаҫары Калина Капуцкая билдәләүенсә, был йүнәлештә берлектәге эш уңышлы алып барылһа ла, Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумында ирекмәнлек тәүге тапҡыр ҡарала. – Секция сиктәрендә осрашыу, яңы танышыуҙар һәм борсоған мәсьәләләрҙе тикшереү ике илдең ирекмәндәр хәрәкәте үҫешенә яңы этәргес бирер, тип ышанам. Изгелек, үҙ-ара ярҙам кеүек сифаттар – ул беҙҙең дөйөм мәҙәни кодтың бер өлөшө, Рәсәйҙә лә, Беларуста ла ирекмәнлекте үҫтереү дәүләт йәштәр сәйәсәтенең бер өлөшө булып тора, – тине ул. Секция ултырышы йомғаҡтары буйынса иң яҡшы ирекмәнлек тәжрибәһен асыҡлауға, үҫтереүгә, ирекле эшмәкәрлекте координациялауҙы камиллаштырыуға һәм ошо йүнәлештә үҙ-ара эш итеүҙе көсәйтеүгә йүнәлтелгән бер нисә тәҡдим әҙерләнде. Анжелика БАЙКО, “СЛОН” ирекмәндәр клубы етәксеһе, Беларусь дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университетының өлкән уҡытыусыһы: – Беҙҙең ирекмәндәр клубына – 25 йыл. Ошо ваҡыт эсендә бик күп проектты ғәмәлгә ашырҙыҡ. Әлеге ваҡытта эшебеҙ халыҡ-ара кимәлгә сыҡһын тип тырышабыҙ, шуға ла халыҡ-ара лагерҙар менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Студенттарыбыҙ ижади йәһәттән әүҙем, бик күп ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле проекттарыбыҙ бар. Мюзиклдар ҡуябыҙ һәм бик күп башҡа саралар үткәрәбеҙ, хеҙмәттәшлекте үҫтерергә теләйбеҙ. Сара яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы, сөнки Башҡортостан хеҙмәттәшлеккә, тәжрибә уртаҡлашыуға асыҡ, беҙҙе ҡабул итергә һәм берҙәм проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға әҙер. Александра ГОНЧАРОВА, Беларусь республика йәштәр союзының үҙәк комитеты секретары, “Изге йөрәк” ирекмәндәр хәрәкәте координаторы: – Һис шикһеҙ, X Рәсәй-Беларусь халыҡ-ара форумында ирекмәнлеккә арналған секцияның эшләүе бик мөһим, сөнки беҙ был хәрәкәтте үҙебеҙҙең бөтә йәмәғәт ойошмалары менән алға әйҙәйбеҙ. Беларусь делегацияһы составында был секцияла Республика ирекмәндәр үҙәге, “СЛОН” ирекмәндәр клубы, “Ҡыҙыл тәре” Беларусь Республикаһының Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы ҡатнашыуы был теманың коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ғына түгел, дәүләт идараһы органдарына ла мөһим булыуын күрһәтә. Беҙ Рәсәй Федерацияһының ҡыҙыҡлы ғәмәлдәрен һәм тәжрибәһен ҡараныҡ, үҙебеҙҙең дә тәҡдимдәрҙе уртаҡлаштыҡ. Киләсәктә берҙәм проекттарҙы ғәмәлгә ашырырбыҙ, тип ышанабыҙ. Раил ӘСӘҘУЛЛИН, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты: – Ирекмәндәр хәрәкәте ҡеүәтле социаль хәрәкәткә әйләнде, ныҡлы үҫешә. Иң беренсе ошоға иғтибар бирҙем: беҙҙең элекке ҡеүәтле йәштәр хәрәкәте кеүек ул. Беларусь яғынан ҙур медицина юғары уҡыу йорто ректоры, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры, “Ҡыҙыл тәре” ойошмаһының генераль директоры, ҡала башҡарма комитеттары вәкилдәре сығыш яһаны. Белорустар ирекмәнлекте бер кешенең икенселәргә ярҙам итеү функцияһы булараҡ ҡына ҡабул итмәй, ә уға гражданлыҡ һәм әхлаҡи тәрбиә биреү буйынса яҡшы мәктәп итеп ҡарай. Шуныһы ла бар: теге йәки был эште башҡарыуҙы баһалағанда, ирекмәнлекте бер төрлөсә ҡабул итәбеҙ. Беҙ ҙә, улар ҙа бик кәрәкле һәм мөһим булған бик күп эш башҡара. Рәмилә МУСИНА