Алты йәшлек кенә Вәғиҙә кескәй ҡулдары менән күҙҙәрен ыуаланы ла йүгереп тышҡа сыҡты. – Эх, бөгөн дә ҡыҙыл ҡар яумаған! – Ҡыҙсыҡтың күңеле кителеп, танауы еүешләнде. Уға Сәләх ҡартатаһы ҡыҙыл ҡар яуғас та ҡыҙыл ғына төҫтән күлдәк алып бирергә вәғәҙә бирҙе. Ейәнсәрен яратып ситтән күҙәткән ҡарт, мут ҡына йылмайып, ҡаршылағы магазинға йүнәлде. Әмәлгә ҡалғандай, уның Вәғиҙәһенә инселәп кенә теккәндәй, ҡып-ҡыҙыл, аҡ борсаҡтар төшөрөлгән матур күлдәк килгәйне. Бына ошо ваҡиға, яңы ғына булған кеүек, Сәләх Мортаевтың кинйә ҡыҙының ҡыҙы, иң бәләкәй ейәнсәре Вәғиҙә апай Солтанғолованың иҫендә уйылып ҡалған. Ҡартатаһы мәрхүм булғанда уға алты йәш тирәһе була. Шулай ҙа уның, гел генә ҡулдарын артҡа ҡуйып, йәйәү йөрөргә яратҡанын, Сәләх ауылынан Ҡыпсаҡҡа көн һайын тиерлек килеп урап ҡайтҡанын, бик теремек кенә, мәрәкәсел ҡарт булғанын яҡшы хәтерләй. Ҡартатаһының исеме бирелгән ауыл уға шул тиклем яҡын була, бала сағы ошонда үтә. “Апайым менән ағайым ниндәй бәхетле, улар ошо ауылда тыуған, ниңә генә мин дә Сәләхтә тыуманым икән? – тип уйлаған була торғайным, тип хәтирәгә бирелә Вәғиҙә апай. – Әсәйемдең дә ике һүҙенең береһе “Сәләх” ине. Әллә шуға ныҡ яҡын булдымы, белмәйем, ныҡ яраттым ауылды”. Шуғалырмы, Сәләх ҡартатаһының өйө етемһерәп ҡалғас, уны мәсет итеп ултыртыу теләге менән яна башлай. Ҡайҙа ғына барһа ла, шул ниәте менән уртаҡлаша, туғандар ҙа инде ошо турала күптән белеп бөтә. Әллә мөмкинлек булмаймы, әллә батырсылыҡ етмәйме, был уй ни өсөндөр тормошҡа аша алмай, һаман хыял булып, телдә генә ҡала килә. Инде генә ныҡлап аяҡҡа баҫып, ниәттәр йырып сыға алырҙай булып тулышҡанда, халыҡ мәсетте икенсе урынға күтәреп тә ҡуя. “Һуңланым” тигән тойғонан нисектер күңелде бушлыҡ, ошо көнгәсә һуҙып йөрөткәнгә ризаһыҙлыҡ биләп ала. Уйланып йөрөй торғас, ҡартатаһының өйөн музей итеп ултыртыу теләге менән яна башлай. Әлбиттә, был уй тураһында ла иң беренсе яҡын туғандар хәбәрҙар була. Шулай бер ҡунаҡта Илнур исемле кейәү тейеш кеше: “Вәғиҙә ҡайынбикә, шул йортто ҡасан музей итеп эшләй башлайһығыҙ?” – тип аныҡ һорау бирә. Күп тә тормай, килене Айзилә Мортаева “Башҡортостан ҡыҙы” журналында Вәғиҙә апай тураһында мәҡәлә баҫтыра, унда “Апайыбыҙҙың иң ҙур хыялы – Сәләх ауылындағы ҡартатаһының йортон музей итеп эшләп ултыртыу” тип өҫтәп ҡуя. Был һүҙҙәр Сәләх ҡарттың ейәнсәренә ҙур этәргес була, бынан һуң башҡаса сара ла ҡалмай, сөнки бөтә Башҡортостанға хәбәр таралды, ныҡлап тотонорға, эште атҡарып, осона сығырға, тигән маҡсат килеп тыуа. 2021 йыл ауылға килеп, хакимиәт башлығы Рөстәм Мөхтәр улы Тотманов менән осраша, документтар, ҡағыҙ эше тураһында кәңәшләшеп, өйҙө инеп ҡарап сығалар. Вәғиҙә апай ауыл егеттәренән бригада төҙөп, үҙе ситтән ярҙам итеп, кәңәш-төңәш биреп торорға уйлай. Бригадир һайлана, Вәғиҙә апайҙың отпускыһы бөтөп, ҡалаға кире ҡайтып китә. Әммә ауыл яғынан ыңғай хәбәр ишетелмәй, алға китеш тойолмай. Үҙең ситтә ятып, фарман биреп кенә эш барып сыҡмай икән, тигән фекергә килә ул. Икенсе йылына музейҙы ҡуҙғалтып ебәрергә, тип төптән уйлап, эшенән сығып, баш-көллө ауылға күсеп ҡайта. Шул уҡ йәй бөтәһе лә көйләнеп китә. Вәғиҙә апайҙың ниәте ныҡлы, ошо эште атҡарып сығыу уның бөтә булмышы икәнлеген яҡшы төшөнгән яҡындары ла ҡаршы килмәй. Сөнки ул, аҡсам етмәй икән, Шамониндағы өйөмдө һатып булһа ла килтереп сығарам, осона сығам, тип ҡәтғи тотона. Бөтә туғандар ҙа ҡыуана, бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға ғына торалар. Шулай ҙа иң беренсе терәге – уның тормош иптәше Руслан еҙнәй. Бөтә башланғысын, бөтә уй-теләген хуплаған ныҡлы таяуы ул. Көн һайын иртән тора ла, әйҙә бөгөн Сәләхкә бармайбыҙмы әллә, тип ебәрә икән. Инде ауыры артта ҡалған, бик ҙур эштәр башҡарылып сыҡҡан: өйҙө тигеҙләп, күтәреп ултыртҡандар, серегән нигеҙ бүрәнәләрен алмаштырғандар, солан да рәткә килтерелгән, иҙән яңыртылған, ҡыйығын ямап, буяп матурлағандар, тәҙрәләр ҙә ипләнгән, мейес сығарылған, тыштан да аҡлау-буяу эштәре тамамланған, ишек алдындағы сүп-сар ҙа әллә нисә тапҡыр йыйылып түгелгән, түтәлдәр булдырылған, сәскәләр балҡып ултыра. Инде түбә таҡталарын йышыу, мейесте һылау, өйҙө эстән йыуыу, буяу, урындыҡ һалыу һәм экспонаттар өсөн урындар булдырыу ҡалған. “Музей өсөн затлы ҡомартҡылар булып Сәләх ҡартатайҙың шкафы, бик ҙур, егерме литр самаһы һыйҙырышлы еҙ самауыры, ҡомғаны тора, өләсәйҙең һандығы, кейем, таҫтамалдар элеү өсөн боронғо урҙа ла бар, миҙалдары, документтары ла һаҡланған, уларҙың кинйә ҡыҙҙарының (минең әсәйемдең) ҡаҙаны мейестән урын аласаҡ. Тағы ла ҡиммәтле әйберҙәр булыр тип ышанабыҙ. Сәләх ауылы халҡы ла яйлап әйберҙәр тапшыра башланы. Йыйылыр. Өмөтләнәм”, – тип йылмая Вәғиҙә апай. – Әллә ни йырып сыға алмаҫтай ауырлыҡтар бар, тип әйтә алмайым, бөтә эшебеҙ ыңғай, хәл ителеүсән, ауыл хакимиәте башлығы Р.М. Тотманов иғтибарынан ситтә ҡалдырмай. Һәр саҡ килеп хәл белешә, таҡта, бағана, ҡойма кеүек кәрәк-яраҡ уның тырышлығы менән ихатаға килеп ятты. Битараф булмаған һәр кем матди яҡтан да ярҙам итә. Туғандар ҙа саҡ ҡына буш ваҡыттары булһа, килеп етә. Ҡыуанам. Был йорт бик күп йылдар буш торҙо. Беҙ уны, әлбиттә, был хәлгә еткерергә тейеш түгел инек. Йөрәк әсене, әрнене, тик бына юлдар ғына асылмай торҙо”. ...Төрлө уйҙарға бирелеп, Вәғиҙә апай тыш яҡтан ҡартатаһының өйөн байҡап йөрөй. Шул саҡ йома намаҙына саҡырып аҙан тауышы яңғырай. Йылға буйына төшөп, саф шишмә һыуы менән апай ҙа йыуынып ала. Һыуға ҡарап, тағы хыял диңгеҙенә сума. Өләсәй-ҡартатайҙар йолаһын боҙмай, йоманан һуң ғына ҙур эшкә – йортто тыштан ағартыуға тотоноп китә. Тәҙрә баштарын аҡлап йөрөй торғас, ниндәйҙер ҡатырға ҡағыҙ киҫәге күреп ҡала. Икенсе яҡты аҡлай башлағас, тағы бер нәмә күренгән кеүек. Өй башына менеп, аҡтарып ҡарап, эҙләнә башлай. Шунан ныҡ ҡына төрөлгән төргәк килеп сыға. Тышы тегелгән, ғәрәпсә яҙылған ҡаты китаптар. Эсен асып ебәрһә, ни күҙе менән күрһен – боронғо Ҡөрьән! Бер еренә лә зыян килмәгән, матур килеш һаҡланған. Әйтерһең дә, Вәғиҙә апайҙың ошо тырышлығы, ныҡышмаллығы өсөн Аллаһ Тәғәлә уны изге йома көнө бүләкләгән. Апай әйтеүенсә, Сәләх олатайҙың атаһы Мөхәммәтсадиҡ указлы мулла булған. Сәләх олатай ҙа ғәрәпсә уҡыған, уҡымышлы булған, ейән-ейәнсәрҙәрен өшкөрөп дауалаған. Тик ул ваҡыт ҡанундарына ярашлы, дини китаптарҙы йәшереп тотҡандар, бар хәлдәренсә һаҡларға тырышҡандар. Бына шулай итеп, Сәләх олатайҙың Ҡөрьән китабы ҡыҙыл күлдәкле кинйә ейәнсәр ҡулына килеп эләгә. Быуаттар төпкөлөнән ниндәйҙер ҡыуаныслы сәләм, ризалыҡ билдәһе, фатиха кеүектер ҙә, тип уйлайым мин. Сәләх ҡартатай йортон музей итеп рәсми рәүештә асыу тантанаһы быйыл Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылында буласаҡ, тип ниәтләнә ныҡышмал, ҡара тырыш Вәғиҙә апай. Зөлфирә ТАҺИРОВА Йылайыр районы.