Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы март айында яңы етәкселек ҡулына күсте, ҡошсолоҡ йүнәлеше яңы һулыш алды. “Союзпромптица” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән бөгөн ҡасандыр ошо ҡошсолоҡ комплексын проектлауҙа ҡатнашҡан, 11 йыл Ишембай районы хакимиәте башлығы, өс йыл Өфө фән һәм технологиялар университеты директоры булып эшләгән, иҡтисад фәндәре кандидаты Марат Ғайсин етәкселек итә, уның менән әңгәмә ҡорорға насип итте. – Марат Хөсәйен улы, компанияның үҫеше, киләсәккә пландары тураһында һөйләһәгеҙсе. – Беҙҙең йәмғиәттең концепцияһы һәм идеяһы – диетик аҙыҡ-түлек етештереү. Илдә күркә ите етештереү күләме буйынса, “Дамате”, “Черкизово” йәмғиәтенән ҡала, беҙ – өсөнсө урында. Йылына тереләй ауырлыҡта 32-35 мең тонна ит етештереп, илдәге эске баҙарҙы үҙебеҙҙең продукция менән тулыландырыу – беренсе сираттағы бурыс. Сауҙа селтәре булдырып, итте тирә-яҡ ҡалаларҙа һатасаҡбыҙ, үҙебеҙҙең илдә, шулай уҡ тышҡы баҙарҙа позицияларҙы эҙмә-эҙлекле яулауҙы маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ. 24 илгә тауар сыға