Бихисап ат сабыштарында еңеү яулаған Степной ауылы егете Айгиз Тажетдинов тураһында районда белмәгән кеше һирәктер. Ә бына ошо уңыштарға килтергән, республика кимәлендә район данын яҡлаған “Алан” тигән ҡушаматлы арғымаҡ хаҡында нимә беләбеҙ һуң? “Аттың даны – егет ҡулында” тигәндәй, уның тураһында саптар аттың хужаһынан белештек. Бөгөн башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеүҙәге проблемаларҙың береһе – уларҙың аҙ файҙаланылыуы. Башҡа тоҡомдар араһында юғалып барыу сигендәләр. Ошоға бәйле башҡорт тоҡомло аттарҙы мәҙәни, белем биреү сараларына киң йәлеп итеү, ауыл хужалығында, туризм өлкәһендә ҡулланыу мөһим мәсьәлә булып ҡала. Әлбиттә, аттарҙы ҡымыҙ һәм ит сығанағы итеп кенә ҡарарға ярамай, йылҡысылыҡ менән бер рәттән, ат спорты ла үҫешергә тейеш. Был йәһәттән район һабантуйында башҡорт тоҡомло аттар араһында айырым сабыштар, “Терра Башҡортостан” ат спорты турнирының муниципаль этабы уҙғарылыуы ҙур әһәмиәткә эйә. – Өс йәшлек “Алан”ды беҙ 2021 йылдың башында Учалы районында башҡорт тоҡомло аттар