Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Штабтан кеше өҙөлмәй

Ҡалтасы районының Красный Холм ауылында “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” тигән ирекмәндәр штабы эшләп килә. Бында һалдаттарға ярҙам күрһәтеү буйынса эштең йәнле барыуы тураһында ишетеп, ирекмәндәрҙе күреп сығырға ниәт иттек. Көндөң тәүге яртыһы булыуға ҡарамаҫтан, байтаҡ ҡына ҡатын-ҡыҙ йыйылып өлгөргән. Барыһы ла эш менән мәшғүл: кемдер маскировка селтәре өсөн таҫмалар киҫә, кемдер үрә. Ошо эштең башланғысында торған замандаштарыбыҙҙың береһе Елена Катасонова менән һөйләшәбеҙ. – Бер генә кешенән башланып киткән был эш хәҙер әллә күпме фекерҙәште берләштерҙе. Ул ауылдашыбыҙ оло ғына йәштә булһа ла, тылда ғына ярҙам итергә теләмәй, бөгөн махсус хәрби операцияға сығып китте. Тәүҙә уның етәкселегендә маскировка селтәрҙәрен үрергә өйрәнеп алдыҡ. Һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Хатта таҫмаларҙы тиҙ һәм тигеҙ итеп киҫеү өсөн үҙ ҡулдары менән станоктар эшләп биргән оҫталар ҙа бар. Ауылдаштарымдың берҙәм булыуы һоҡландыра. Кемдер – аҡса менән, кемдер ҡул ярҙамы күрһәтә. Хәҙер үҙебеҙҙең йоланы булдырҙыҡ. Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан һалдаттарыбыҙҙың һәр береһенә гуманитар ярҙам ойоштороп ебәрәбеҙ, шунда уҡ маскировка селтәрен дә һалабыҙ. Хәҙер инде 40-тан ашыу маскировка селтәре үреп ебәрҙек. Унан тыш, “ҡоро душ” эшләргә лә оҫтарҙыҡ. Һалдаттарға йыуынырға мөмкинлек булмағанда был да уңайлы сара. Шулай уҡ бәләкәй генә мендәрҙәр тегәбеҙ. Улар бигерәк тә госпиталдәрҙә кәрәкле. Мендәрҙәрҙең тәүге партияһын оҙаттыҡ та инде, – ти Елена Николаевна. – Штаб иртә менән асыҡ. Ваҡытына ҡарап, һәр кем үҙенә уңайлы мәлдә килә. Һалдаттарға маскировка селтәрен тиҙерәк биреп ебәрергә кәрәк булғанда, иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 11-ҙәргә тиклем эшләгән саҡтар ҙа булды. Береһе лә ваҡыты менән иҫәпләшмәне. Хаҡлы ялдағылар ғына түгел, йәштәр, хатта мәктәп уҡыусылары ла ситтә ҡалмай. Дүртенсе класс уҡыусылары хаттар яҙып, ҡағыҙҙан йөрәктәр эшләп, унда үҙҙәренең исемдәрен яҙып яугирҙәребеҙгә оҙатты. Арыһалар ҙа, тырышҡан балаларға ҡарап тороу бик тулҡынландырғыс булды, – тип һөйләне Елена Николаевна. Махсус хәрби операцияла йөрөгән яугир­ҙәргә генә түгел, Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында йәшәүселәргә лә үҙҙәренең ярҙам өлөшөн индерергә тырыша Красный Холм халҡы. – Илебеҙгә ауырлыҡ килгәндә битараф ҡалмаған ауылдаштарым алдында баш эйер инем. Ярҙамсыл, изгелекле булғандары өсөн рәхмәт, – әңгәмәсемдең был һүҙҙәренә ихласлыҡ һалынған. Терәгең ныҡ булһа, ауырлыҡтар ҙа еңеләйә. Һәр яҡлап ярҙам иткән ошондай замандаш­тарыбыҙ булғанда, яугирҙәр ҙә бирешмәҫ. Р. ӘХМӘТГӘРӘЕВА Ҡалтасы районы.