Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Әбйәлилдәрҙән өлгө алырлыҡ

Республикала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы буйынса инициативалы мәктәп бюджетлауының яңы практикаһы башланды. Сара “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проектының маҡсаттарына тап килә. Мәктәпте инициативалы бюджетлауҙың төп бурысы – мәктәп биләмәһен һәм инфраструктураһын үҫтереү өсөн бюджет ҡарарҙарын ҡабул итеүгә уҡыусыларҙы мөмкин тиклем күберәк йәлеп итеү. Яңы мөмкинлектәр хаҡында белгәс, Әбйәлил районы йәштәре мәктәп проекттарын төҙөүгә әүҙем ҡушылды. Тәүҙә улар үҙ мәктәптәренең һәм территорияларҙың мәктәп инфраструктураһын камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерҙе, һуңынан иң лайыҡлы идеяларҙы һайлау буйынса тауыш биреү уҙғарҙы һәм стартаптарҙы тормошҡа ашырыу өсөн документтар әҙерләне. Әбйәлил районы мәктәптең инициативалы бюджетлауы сиктәрендә бирелгән ғаризалар һаны буйынса лидерҙар иҫәбендә – уҡыусылар конкурсҡа 19 инициатива тәҡдим иткән. Шуларҙан 12-һе еңеү яулаған һәм үҙ проекттарын тормошҡа ашырыуға аҡса аласаҡ. Киләһе уҡыу йылына уҡыусылар был эшкә ҙур теләк менән тотонор, тип ышанабыҙ. Алда яңы идеялар уйларға ваҡыт бар. Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылды. Фото: Әбйәлил районы хакимиәте.