Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Һинең Аллаң бойорһа ла, бойормаһа ла ҡайтабыҙ”

Йәш ғаилә мотоцикл һатып ала. Ҡыуаныстары менән уртаҡлашыр өсөн, ир кеше ҡатынын һәм бәләкәй ҡыҙын ултыртып, күрше ауылда йәшәгән әсәһенә юллана. Белгән кеүек, әсәһе аш һалған, мунса яҡҡан. Күңелле итеп табын ҡороп, мунса инеп, бик һуң ғына ҡайтырға сығалар. - Ҡараңғы төшөп китте, имен-аман ғына ҡайтығыҙ инде, - ти әсә, балалары өсөн борсолоп. - Матайыбыҙ өр-яңы, хәҙер выжлатып ҡайтып етәбеҙ, өләсәй! – тип яуаплай бәләкәй ҡыҙ. - Алла бирһә, Алла бойорһа, тип әйт, - ти өләсәй. - Эй, өләс, һинең Аллаң бойорһа ла, бойормаһа ла ҡайтабыҙ инде, күрмәйһеңме, матайға ултырып алғанбыҙ. Ул ғәләмәт шәп йөрөй! - Улай тип әйтмә, балам. Аллаһтан уҙып бер ни ҡылып булмай. Ярай, имен генә ҡайтып етегеҙ, - тип оҙатып ҡала оло кеше. Ҡыҙыҡай әйтмешләй, выжлатып китеп барғанда, ике ауыл араһында мотоцикл һүнә лә ҡуя. Тоҡанмай ҙа, китмәй ҙә... Дөм ҡараңғы төн, ярҙам итер бер кем юҡ. Өр-яңы техниканы ҡалдырып ҡайтып китеү ҙә хәүефле. Аптырағас, ир менән ҡатынға мотоциклды этеп, бәләкәй ҡыҙға йәйәү эйәреп, арманһыҙ булып ҡайтырға тура килә. “Ошо ваҡиғанан һуң “Алла бирһә”, “Алла бойорһа” тигән һүҙҙәрҙең ни тиклем ҙур мәғәнәгә эйә булыуын аңланым”, - тип яҙҙы ҡыҙ, йылдар үткәс. Фото: myskillsconnect.com

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц