Быйыл Нефтекаманың “Мираҫ” картиналар галереяһы ҡаршыһында яңы сквер барлыҡҡа киләсәк. Йәмәғәт биләмәһе “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) ярҙамында төҙөкләндерелә, тип хәбәр итә ҡала хакимиәте. Буласаҡ парктың дөйөм майҙаны 8 мең квадрат метрҙан артып китә, был иһә урындағы халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙырырға булышлыҡ итәсәк. -Балаларыбыҙға үҫергә мөмкинлек булыуын, саф һауала ваҡыттарын файҙалы үткәреүҙәрен теләйбеҙ. Шуға ла скверҙа ҡыҙыҡлы аттракциондар менән заманса балалар уйын майҙансығы урынлаштырыласаҡ. Әүҙем тормош алып барырға яратыусылар өсөн урам тренажерҙары һәм велосипед юлдары булдырыла. Спорттың экстремаль төрҙәрен үҙ итеүселәр өсөн дә бүләк әҙерләнә, - тине ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Айрат Ғималетдинов. Әлеге көндә биләмәлә төҙөлөш эштәре бара. Яҡын арала төҙөүселәр тротуар плитәһен һаласаҡ, эскәмйә һәм урналар, яҡтыртҡыс таяуҙары ҡуйыласаҡ. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп бурыстарының береһе – ҡала мөхите уңайлылығын күтәреү. Шулай уҡ граждандарҙы әүҙем рәүештә ҡалаларын төҙөкләндереү һорауҙарына йәлеп итеү. Бынан тыш милли проекттың төп маҡсатлы күрһәткесе – йыл һайын 120 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу һәм һәр йыл 5 миллион ғаиләнең йәшәү шарттарын яҡшыртыу. Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған милли проекттар 2019 йылда старт алды. Улар май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото:”Ватандаш” журналы сайтынан.