Найти тему
Башҡортостан гәзите

Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко ҡатнашлығында брифинг үтте

Өфөлә үткәрелгән Бөтә Рәсәй медицина-санитария ярҙамы мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашыу өсөн килгән Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко һәм Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин ҡатнашлығында Башҡортостан Республикаһына идара итеү үҙәгендә брифинг ойошторолдо. Һәммәбеҙ яҡшы белеүенсә, беренсел звено яҡшы һәм һөҙөмтәле эшләһә, сирҙәр ваҡытында асыҡлана һәм үлем осраҡтары һирәгерәк теркәлә. Шуға беренсел звеноны яңыртыу – иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Заман башҡа - заң башҡа, тигәндәй, был тармаҡтың һанлаштырылыуы ла күптәрҙе, шул иҫәптән журналистарҙы ҡыҙыҡһындыра. Төмән өлкәһенең Һаулыҡ һаҡлау департаменты директоры Наталья Логинова, ошо һорауға яуап биреп, Төмән өлкәһе медицинаһын һанлаштырыу, айырым алғанда, пациенттар тураһындағы мәғлүмәттәр менән идара итеү операторҙары тураһында һөйләне. Был иһә пациенттың бер төбәктән икенсеһенә күскәндә мәғлүмәттәрҙең юғалып ҡалмауына булышлыҡ итә. Наталья Валерьевна билдәләүенсә, хәҙер өлкән йәштәгеләр ҙә документтарын заман операторҙары булышлығында һорап ала. - Һанлаштырыу – медицинаны тәшкил иткән төп әйберҙәрҙең береһе, - тип белдерҙе министр Михаил Мурашко. Медицина хеҙмәткәрҙәре һәм пациенттар араһындағы бәйләнеш тураһында ла һорау бирелде брифингта. Мәскәү ҡалаһының Һаулыҡ һаҡлау департаменты етәксеһе урынбаҫары Елена Хавкина ике яҡ араһында көсөргәнешле хәлдәрҙе булдырмау өсөн тренингтар үткәрелеүе тураһында әйтте. Приморье крайының һаулыҡ һаҡлау министры Анастасия Худченко йәш белгестәрҙе тармаҡҡа йәлеп итеү мәсьәләһе тураһында ентекләп һөйләне. - Йәш белгестәрҙе тармаҡҡа йәлеп итеү һәм уларҙың эшләп китеүе өсөн беҙҙә “Арауыҡтағы остазлыҡ” тигән үҙенсәлекле механизм тормошҡа ашырыла. Шулай итеп, тәжрибәле табиптар йәш белгестәргә дистанция режимында ярҙам итә. Был уларҙың бер медицина ойошмаһында эшләмәү осрағында атҡарыла, - тине Анастасия Геннадьевна. Приморье крайында һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге бындай социаль ярҙам өсөнсө йыл тормошҡа ашырыла икән. Уға юғары квалификациялы һәм йәш белгестең һөнәри эшмәкәрлегендә булышлыҡ итеү өсөн тәғәйенләнгән медицина хеҙмәткәрҙәренең хоҡуғы бар. Һүҙ кеше ғүмере һәм сәләмәтлеге тураһында барғанда, өлкән һәм тәжрибәле белгес менән аралашыу күпкә файҙалы, әлбиттә. Тағы был, беренсенән, пациентҡа квалификациялы ярҙам алырға булышлыҡ итә, икенсенән, телемедицина ла тиҙерәк һәм сифатлыраҡ буласаҡ. Фельдшер-акушерлыҡ пункттарын һанлаштырыу тураһында Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һөйләне. - Яһалма интеллект ФАП-тарҙа ҡулланыла һәм улар ҙур популярлыҡ яулай бара, - тине Айрат Рәзиф улы. – Мәҫәлән, ФАП-тар мәғлүмәттәрҙе дистанцияла тапшырыу мөмкинлеге булған цифрлы ЭКГ-аппараттар менән йыһазландырыла. Әйткәндәй, әле республика биләмәһендә йәмғеһе ике меңдән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты бар һәм дөйөм ил буйынса Башҡортостан лидерҙар иҫәбенә инә. Алкоголле эсемлектәр ҡулланыу кешенең яҙмышын ғына селпәрәмә килтереп ҡалмай, шул уҡ ваҡытта ул кешенең һаулығына ла физик һәм рухи яҡтан иҫ киткес ҙур зыян килтерә. Якутия (Саха) һәм Башҡортостан республикалары - алкоголизмды иҫкәртеү йәһәтенән алдынғы төбәктәрҙең береһе, тип билдәләнде брифингта. Республикабыҙҙа төрлө милли байрамдар алкоголле эсемләктәрһеҙ үткәрелә. “Айыҡ ауыл” конкурсын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы), Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары һәм башҡа ведомстволар ойоштора. Конкурсты үткәреү буйынса саралар республика Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Приз фонды — 40 миллион һум. Алты миллион күләмендәге иң ҙуры “Эре тораҡ пункттар” номинацияһында еңеүсегә бирелә. Башҡа номинациялар өсөн сумма ауылдың ҙурлығына ҡарап бүленә. Быларҙың барыһы ла, әлбиттә, халыҡтың айыҡ, сәләмәт тормош алып барыуына булышлыҡ итә. Брифингта хеҙмәт һәм сәләмәтлек кеүек башҡа мәсьәләләр ҙә ҡаралды. - Яҡшы тәжрибәләр бар. Уларҙың күбеһен федераль кимәлдә тормошҡа ашырырға мөмкин. Бынан тыш, иҡтисади һәм башҡа мәсьәләләр ҙә ҡарала Бөтә Рәсәй медицина-санитария ярҙамы мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә, - тине Михаил Мурашко. Шуныһы һөйөнөслө: һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда ғүмер оҙонлоғо күрһәткесенең артыуы, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология ауырыуҙарынан үлем осраҡтарының кәмеүе күҙәтелә. Был иһә республикала күп йүнәлештәр буйынса бай тәжрибә туплағанлығы тураһында һөйләй. Тап шуға ла Бөтә Рәсәй кәңәшмәһен үткәреү өсөн Өфө ҡалаһының һайланыуы осраҡлы түгел. Автор фотолары.