Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ике инвестиция проекты тикшерелде

Хәйбулла районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Сираттағы "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә Хәйбулла йүнселдәре ике проект тәҡдим итте. Райондың бизнес-шәрифе Наил Байғусҡаров белдереүенсә, «Нурай» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкиле Илгиз Нураев ойошма эшмәкәрлеге хаҡында һөйләгән. 2020 йылдан улар йөк ташыу һәм төҙөлөш өлкәһендә ойошмаларға хеҙмәт күрһәтеү менән шөғөлләнә. Ағымдағы йылда предприятие лизингҡа ике йөк машинаһы һатып алған. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар предприятиеға лизинг килешеүе буйынса аванс иғәнәһе һәм түләүҙәре түләү менән бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға финанс ярҙамы алыу өсөн бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү муниципаль программаһы сиктәрендә конкурста ҡатнашырға тәҡдим итте. Аҡъяр ауылының Төньяҡ-көнсығыш биҫтәһендә икмәкханалар асыу буйынса үҙ проекты тураһында Илгиз Нагаев һөйләне. Ошо маҡсатта ул ер участкаһын рәсмиләштергән һәм төҙөлөш материалдары һатып алған. Әлеге ваҡытта төҙөлөшкә ер участкаһы әҙерләнә. Йәш эшҡыуарға «Стартап» йүнәлеше буйынса финанс ярҙамы алыу өсөн муниципаль программа сиктәрендә конкурсҡа документтар тапшырырға тәҡдим ителде. Субсидия алған осраҡта Илгиз икмәк бешереү ҡорамалын һатып алырға ниәтләй. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.