Һөйөклө улым сәбәпһеҙ эсә башлағас, нәсихәт әйтергә ҡурҡтыҡ. Әйтһәң, тиҙ генә ҡыҙып бара ине. Ағаһы йәшләй генә фажиғәле рәүештә вафат булғас, был улыбыҙҙы ел дә тейҙермәй, ауырлыҡ күрһәтмәй үҫтерҙек. Ләкин уның яҙмышы тағы ла фажиғәлерәк булды. Шулай, эскән башынан беҙҙең әйткән һүҙҙәребеҙгә ҡыҙып китеп, үҙ-үҙенә ҡул һалды. Дауаханаға алып барып еткерә алманыҡ, вафат булды. Һеҙгә улымдың һуңғы һүҙҙәрен еткергем килә: «Әсәй, яңылыштым… Әсәй, үлгем килмәй. Әсәй, ғәфү ит!» - тине ул. Төндәрен торған саҡтарымда ла ҡолағыма шул һүҙҙәре яңғырай кеүек. Башҡалар был хатаны эшләмәһен ине. Тик һеҙгә һорауым бар. Ни өсөн минең балам аҙашты? Ниңә ул айырылышҡанда ғына йәшәү теләге тураһында әйтте? Оло ҡайғы кисергән әсәнең һорауына хәҙрәт яуап бирә. Бәлки, был һүҙҙәр тағы кемгәлер тормошто аңларға ярҙам итер, йәненә еңеллек килтерер. ЯУАП: Ни өсөн кеше үҙ-үҙенә ҡул һала? Был һорауға дөрөҫ яуап тапһаҡ, фажиғәләрҙе киҫәтеп ҡала алыр инек. Был мәсьәләне Ислам шәриғәтенә таянып аңлатҡым килә, сөнки ул – Аллаһ һүҙҙәре. Бер кеше лә әле тыумаған саҡта һәм Әҙәм атабыҙҙың арҡаһында күҙәнәк хәлендә ятҡан ваҡытта, Аллаһ Тәғәлә беҙҙең барыбыҙҙан иман ҡабул иттерҙе: «Минме һеҙҙең Раббығыҙ?» - тине Ул. Улар (йәғни, барлыҡ кешеләрҙең йәндәре): «Эйе, беҙ шаһитлыҡ итәбеҙ!» - тинеләр…» (Ҡөрьән, «Кәртәләр» сүрәһе, 7:172). Шуға күрә бөтә кешеләр ҙә был донъяға иманда, үҙҙәренең тәбиғи хәлендә – саф мосолман булып тыуа (ҡара: Ҡөрьән, «Румиҙар» сүрәһе, 30:30). Ләкин яңы тыуған дөйә балаһын тамға һалып боҙған кеүек, донъя, йәмәғәтселек һәм ата-әсәләр сабыйҙы боҙалар. Йәғни, «ошолай булыр кәрәк», «былай эшләр кәрәк» һәм башҡа тип, йәш балаға диндә булмаған ҡиммәттәрҙе һеңдерәләр һәм шул рәүешле уны тәбиғи хәленән – мосолманлығынан ситкә этәрәләр. Әммә барыбер иң нығы әҙәм балаһын Аллаһтың ләғнәте төшкән шайтан аҙаштыра, алдына ла сығып, артына ла сығып, аламалыҡты яҡшы итеп, яҡшылыҡты алама итеп күрһәтә. Әгәр беҙ Аллаһ әйткән юлдан бармаһаҡ, үҙебеҙ ҙә, балаларыбыҙ ҙа хаталанасаҡ. Беҙгә кемдең ысын дошман булғанын да аңламайбыҙ. Ҡатынмы? Ата-әсәме? Башҡа милләтме? Кемделер дошман тотҡан булабыҙ. Ә бит хәҡиҡи дошман ул – шайтан! Уның вәсвәсәһе, ҡотортоуы менән кисә һөйгән тормош иптәшебеҙ бөгөн беҙҙе күрәлмаҫлыҡ хәлдә, шайтан балаларыбыҙҙы тартып ала, күршеләребеҙҙе дошман итә. Шуға күрә Аллаһ Тәғәлә ысын дошмандың шайтан икәнен аңларға һәм уның ҡотҡоһона эйәргән әҙәм балаларын ғәфү итергә өндәй: «Әгәр һеҙ ғәфү итһәгеҙ, был тәҡүәлеккә яҡыныраҡ. Үҙ-ара яҡшылыҡ ҡылырға онотмағыҙ, Аллаһ һеҙ эшләгән эштәрҙе күрә!» (Ҡөрьән, «Һыйыр» сүрәһе, 2:237). Белегеҙ! Әгәр берәй кеше һеҙгә ҡарата золом ҡыла икән, тимәк, ул шайтандың ҡорбаны, уның ҡотҡоһона эләккән. Был кешене шайтандан азат итһәгеҙ, иртәгә үк килеп һеҙгә рәхмәтен белдерер, ғәфү үтенер. Шайтан әҙәм балаһын һәр ваҡыт боҙоҡлоҡҡа, көфөрлөккә саҡыра. Әгәр ул саҡырғанға эйәреп, кеше көфөрлөк йәки боҙоҡлоҡ ҡылһа, шайтан шунда уҡ: «Мин һине көсләмәнем, мин Аллаһтан ҡурҡам», - тип ҡасыр. «Шайтан шикелле. Бына ул кешегә: «Кафыр бул!» - тине. Ә инде ул кеше иманһыҙ ҡалғас, ул: «Мин һинән ваз кисәм, мин ғаләмдәр Раббыһы Аллаһтан ҡурҡам», - ти» (Ҡөрьән, «Ҡыуып сығарыу» сүрәһе, 59:16). Бына ниңә кеше берәй ҙур енәйәт эшләһә йәки үҙ-үҙенә ҡул һалһа, иң беренсе һүҙе: «Аһ! Нимә эшләнем мин?» - тип аптырауы, ҡайғырыуы. Сөнки, беренсенән, был ваҡытта шайтан уның янынан ҡасҡан була һәм кеше үҙенең Аллаһ яратҡан тәбиғи хәлендә тороп ҡала. Икенсенән, үҙ-үҙенә ҡул һалған кешеләргә үлер алдынан Йәһәннәм күренә. Кеше шуға тиҙ арала көфөрлөктән айнып китә һәм тәүбәгә ашыға. «Һуңғы һулышына тиклем тәүбә итеп өлгөрөүсенең Аллаһ Тәғәлә тәүбәһен ҡабул итер», - тип ҡыуандырған беҙҙе Пәйғәмбәребеҙ (Тирмиҙи хәҙистәр йыйынтығынан). Был ваҡытта кеше үҙенең хатаһын аңлар. Күңеле менән ата-әсәһенең, ҡатынының, балаларының янына ҡайтыр. Араҡының хәрәм икәнен, шайтандың хәҡиҡи дошман икәнен үҙенең ошо аяныслы яҙмышы, ошо фажиғәле үлеме, балаларының бәхетһеҙлеге, ата-әсәһенең ҡайғыһы менән иҫбат итер. Эйе, теге йәки был кеше бер нисә ҙур енәйәт эшләгән, ҡылыҡтары өсөн үкенмәй ҙә, тип ишетәбеҙ ҡай саҡ. Улар нисек, хәҡиҡәтте аңламайҙармы ни? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай кешеләр, боҙоҡлоҡтоң сигенә сығып, үҙҙәре шайтанға әйләнгән була. Кем ул шайтан? Ул – Аллаһтың ғазабына, ләғнәтенә дусар булған кеше йәки ен. Әгәр шайтан ендәр ҡәүеменән булһа, унан һаҡланыр өсөн беҙ намаҙҙарҙы теүәл ҡылабыҙ, Ҡөрьән уҡыйбыҙ, ураҙалар тотабыҙ һәм башҡа изге ғәмәлдәр эшләйбеҙ. Шул ваҡытта шайтан көсһөҙләнә, уның зарары кешегә теймәй. Әгәр шайтан кеше ҡәүеменән булһа, изге ғәмәлдәр менән унан һаҡланып була, әммә ҡотолоп булмай. Ундай шайтан-кешеләрҙе халыҡтан айырырға кәрәк. Юридик телдә лә бындай кешене «невменяемый» тиҙәр, йәғни кем икәнен аңлата алмайҙар. ҮҘ-ҮҘЕҢӘ ҠУЛ ҺАЛЫУҘЫ НИСЕК ТУҠТАТЫРҒА?1. Балаларҙы сабый саҡтан хәләл ризыҡ менән, Аллаһҡа мөхәббәттә һәм шайтанға дошманлыҡта, сит кешенең бәхетһеҙлеген уртаҡлашырға, шатлығына ҡыуанырға, оло кешеләргә хөрмәттә, кеселәргә мәрхәмәтлелектә тәрбиәләргә кәрәк. 2. Һәр бер кеше шуны аңларға тейеш: беренсенән, беҙҙең рухыбыҙ, йәнебеҙ – мәңгелек, ә был донъя – ваҡытлыса ғына; икенсенән, беҙ барыбыҙ ҙа Аллаһ ҡаршыһына барып, был донъяла ҡылған бөтә эштәребеҙ өсөн яуап бирәсәкбеҙ. 3. Кемдер һеҙҙе аңламаһа йә иһә һеҙгә ҡарата боҙоҡлоҡ эшләһә, быға «бурыслы» булдым тип, тиҙ арала үс ҡайтарырға ашыҡмағыҙ, был – шайтандан. Һәр ваҡыт Аллаһ тураһында уйлағыҙ, барлыҡ бәхәстәрҙе лә шәриғәткә ярашлы хәл итегеҙ. Ҡатынын, ата-әсәһен, балаларын ҡурҡытып тотҡан кеше көслө түгел, ә уларҙы төрлө хата-ғәйептәре өсөн ғәфү итә белгән кеше көслө. 4. Белегеҙ! Был донъяла йыйған малдарығыҙ, тапҡан балаларығыҙ – фетнә, һынау. «Белегеҙ: һеҙҙең байлыҡтарығыҙ һәм балаларығыҙ тик һынау ғына, ә Аллаһ янында иһә – оло әжер!» - тиелә Ҡөрьәндә («Һуғыш табышы» сүрәһе, 8:28). «Балама өй булһын, фатир булһын, юғары белеме булһын» тип, ҡай бер ата-әсә ниндәй генә түбәнселеккә, яманлыҡҡа барып етмәй. Хәрәм кәсеп, хәрәм ризыҡ ашауҙан да сирҡанмай. Нисек Аллаһ Тәғәлә уларға бәхет бирһен? Киреһенсә, үҙҙәре лә, балалары ла йыйылған малдарының файҙаһын күрмәҫ һәм йән тыныслығы тапмаҫ, был иһә аҡрынлап һәләкәткә генә алып барыр. Шуға күрә «балаларым өсөн йәшәйем» тигән һүҙ бик үк дөрөҫ булмаҫ, сөнки улар һеҙҙе был донъяла уҡ утҡа һалырға мөмкин. Ә һеҙ үлгәс, мал-мөлкәтегеҙҙе судлаша-судлаша, бер-береһен үлтерер дәрәжәгә етеп, бүлешергә мөмкиндәр. Ғүмер буйы хеҙмәт итһәгеҙ ҙә, һөйгән ҡатынығыҙ ҙа юҡ ҡына бер хатағыҙ өсөн: «Һинән ғүмер буйы бер яҡшылыҡ күрмәнем», - тип әйтеүе бар. Аллаһтың ризалығын алыр өсөн йәшәгеҙ! Аллаһ ризалығы өсөн балаларығыҙҙы фәҡәт хәләл менән ашатығыҙ, кейендерегеҙ, тәрбиә бирегеҙ. Аллаһтың ризалығын, сауабын алыр өсөн ҡатынығыҙ менән дә яҡшы мөғәләмәлә булығыҙ. Һуңынан балаларығыҙ, ҡатынығыҙ һеҙҙе һанға һуҡмаһа ла, Аллаһтың ризалығын алған булырһығыҙ, иншәАллаһ. 5. Шайтан кешегә хәрәм ризыҡ, боҙоҡ ғәмәлдәр, кеше рәнйетеү, яман һүҙҙәр аша үтеп инә һәм көсәйә. Бөтөнөһө лә – динһеҙлек нигеҙенән. Иманға килеп, биш ваҡыт намаҙҙарыбыҙҙы уҡып, ураҙаларыбыҙҙы тотһаҡ, иншәАллаһ, шайтандың беҙгә көсө етмәҫ һәм беҙҙең арала үҙ-үҙен үлтереүсе лә, сит кешене үлтереүсе лә булмаҫ. Илдар хәҙрәт ХӘЙРУЛЛА,"Ваҡыт!" Сығанаҡ: https://vk.com/vk.hawa Нәсих Хәлисов фотоһы.