Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өфө университеты ғалимдары үҙенсәлекле материалдар булдырыуҙарына шикләнмәй

Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусында Өфө фән һәм технологиялар университетының полимер композицион материалдар лабораторияһы ла урынлашасаҡ. Әлеге ваҡытта республиканың иң ҙур юғары уҡыу йорто ғалимдары үҙ тикшеренеүҙәрен дауам итә. Биомедицинаға тәғәйенләнгән яңы материалдар эшләү ҡатмарлы мәсьәлә булып тора, улар ҡулланыу барышында тере организм мөхите менән бәйләнешкә инә һәм кире тәьҫир тыуҙырмай. Полимер дарыу системаларын һәм медицина тәғәйенләнешендәге материалдарҙы конструкциялау матрица сифатында ҡулланылған адекват материалһыҙ мөмкин түгел. – Беҙҙең эштә тәбиғи полимерҙарҙы ла, синтетик сығышлы полимерҙарҙы ла берҙәй ҡулланыу планлаштырыла, – тип аңлатма бирә Өфө дәүләт нефть техник университеты химия факультетының юғары молекуляр берләшмәләр һәм дөйөм химик технология кафедраһы мөдире, химия фәндәре докторы Елена Кулиш. Уларҙың барыһын да ике сифат берләштерә: организм туҡымалары менән биояраҡлашыусанлыҡ һәм биодеструкция һәләте. Бындай материалдарҙы эшләү, үҙ-ара бәйле фундаменталь бурыстар комплексын үҙ эсенә ала: дарыу полимер формаларын булдырыу, биоматериалдарҙың физик-химик үҙенсәлектәрен баһалау, полисахарид матрицаһын модификациялау ысулдарын эшләү, уның организм туҡымалары менән үҙ-ара тәьҫир итешеү механизмдарын өйрәнеү. Формалашҡан материалдарҙың реологик үҙенсәлектәре иң әһәмиәтле һанала. Улар, мәҫәлән, биомедицина тәғәйенләнешендәге материалдар, йәғни яраны һаҡлаусы япмалар, гель, мазь рәүешендәге йомшаҡ дарыу формалары. Уларҙы булдырыу һәм файҙаланыу шарттары кәм тигәндә өс кәрәкле этапты үтергә тейеш. Эштең ауырлығы шунда: нигеҙ итеп алынған полимерға, уның концентрацияһына, ҡулланылған эреткестәрҙең төрөнә, температураһына бәйле, материал үрҙә һанап үтелгән талаптарға тап килмәҫкә лә мөмкин. Шулай итеп, кәрәкле структур-реологик характеристикалы продукт алыу шарттарын ентекле анализлау кәрәклеге барлыҡҡа килә, был уны биомедицина тәғәйенләнешендәге материалдар сифатында гелдәр һәм башҡа йомшаҡ дарыу формалары рәүешендә ҡулланыу мөмкинлеген тәьмин итә. Был этап Өфө университеты ғалимдарының эш маҡсаты булып тора ла инде. Шуға ла лаборатория хеҙмәткәрҙәре эш процесында кәрәкле һәм көйләнә торған үҙенсәлектәре булған материалдар булдырыуҙарына шикләнмәй. Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте матбуғат хеҙмәтенән.