Яҡшылыҡ – ул кешенең тыуғандан алып һаҡланған эске сифаты, бигерәк тә беҙҙең милләткә хас берләшеп, бер-береңә ярҙам ҡулы һуҙып, изгелек ҡылып йәшәү. Тимәк, беҙ – үҙ асылыбыҙға тоғро, ата-бабаларҙан ҡалған ҡан хәтеребеҙгә лайыҡлы ҡәүем. Йәштәрҙең бер социаль йүнәлешле, бер идеологик платформалы ирекмәнлекте булдырыуы – бөгөн һоҡланғыс та, ғорурланырлыҡ та күренеш. Ғәмәлдә илебеҙҙәге дүрт миллиондан ашыу ирекмән үҙ ҡиблаларын булдырҙы, тип әйтергә йөрьәт итәм. Тормошта үҙ урынын табып, аяғында ныҡлы баҫып торған, күңел талабы, йөрәк ҡушыуы буйынса ирекмәнлек юлына баҫҡан Динара Ҡолмөхәмәтова ла ошо изгелек, шәфҡәтлелек, яҡтылыҡ ҡиблаһына ышаныслы аҙымдар менән бара. Хатта үҙе генә лә түгел, тотош Әбйәлил районының йәштәрен, уның битараф булмаған халҡын үҙ артынан эйәртә ул. Динара Радик ҡыҙы Ейәнсура районының Ҡарағайтуғай ауылынан. Уҡыу йылдарын Күмертауҙың Н. Антошкин исемендәге 1-се гимназияһында башлаған ҡыҙ 9-сы класты Әбйәлил районының Әбделмәмбәт мәктәбендә тамамлай. Унан һуң Баймаҡ ҡалаһының профессиональ училищеһында (хәҙерге УТЭК) тегенсе һөнәрен үҙләштерә. Оҙаҡ йылдар тормошта үҙ урынын, донъялағы тәғәйенләнешен эҙләгән милләттәшебеҙгә яҙмыш үҙ һынауҙарын да ҡуя. Ике балаға ғүмер биреп, өсөнсөгә донъяға килгән сабыйын ерләгәндән һуң, уға, башын ҡалҡытып йәшәп китеүе ауыр була. Динара шул көндәрҙе хәҙер яман төш кеүек хәтерләһә лә, атаһының ул саҡта таяныс булыуын, кәңәштәренең көсөн әле лә изге доғалай күңел түрендә йөрөтә. Артабан нисек булһа ла көс табырға тырышҡан йәш ҡатынға ул ваҡыт “Ҡулдағы яҡтылыҡ” мәрхәмәтлек фонды интернет селтәре аша психологик ярҙам күрһәтә. Ошо ваҡиғанан һуң донъяға ҡарашы яйлап үҙгәрә. Үҙе кеүек яҙмыш һынауҙарына дусар булған кешеләр менән аралашып, уларҙың да ҡайғы-хәсрәтен шәфҡәтле йөрәге менән тоя башлай. Ә үҙенә инде бөтөнләй сит кешеләр терәк-таяныс була. Был осраҡта ул Ольга исемле психологына, хәҙер инде ирекмәнлек буйынса хеҙмәттәшенә рәхмәтле. Тап уға ошо дуҫы өлгө булып тора, унан күп нәмәгә, бигерәк тә үҙ-үҙеңде йәлләмәй кешегә ярҙам итергә өйрәнә. Аллаһы Тәғәлә үҙе осраштыра беҙҙе, ярҙамға мохтаждарҙы һәм миһырбанлы йөрәктәрҙе, ти улар. Ниндәй генә кешегә ярҙам кәрәкһә лә, һынауҙарға бирешеп, һуңғы сиктә торһа ла, ирекмәндәр кисекмәҫтән ярҙам итә. Ә бит Әбйәлил районының “Йәштәр-ял үҙәге”ндә эш башлағанында, үҙ ирке менән ярҙам итергә теләгән бер нисә генә кеше табылһа ла, ирекмәнлек буйынса дөйөм бер структура бөтөнләй булмай. Районда ошо эштәрҙе яйға һалыу башлана. Аҙаҡ инде илебеҙҙә дөйөм һынауҙар осоро башланғас, тиҙ арала аралашыу майҙансыҡтары, төркөмдәр төҙөлә, ярҙам итергә теләүселәрҙе тап ирекмәнлек программалары буйынса уҡытыу башлана. Был осраҡта ирекмән булырға теләгән оло кешеләргә ярҙам итеү өсөн башта 13-17 йәшлек үҫмерҙәр, йәштәр уҡытыла. Хәҙер инде районда улар араһында ғына ла сертификатлы 23 етәксе бар. Улар - ирекмәнлектең төрлө йүнәлештәрен етәкләүселәр, йәғни ТимЛидерҙар тип атала. Тиҙҙән интернет селтәрендә райондың “Йәштәр-ял үҙәге”нә ҡараған “Әбйәлил районының ирекмәнлек хәрәкәте” төркөмө лә асыла. Ғөмүмән, ошо Йәштәр йортоноң етәксеһе Алһыу Вәзир ҡыҙы Мусинаның ныҡлы таянысын тойоп эшләй район йәштәре. Ә инде Динара Радик ҡыҙы, фекерҙәштәре һәм хеҙмәттәштәре менән барлыҡ балаларға, район халҡына ярҙам ҡулы һуҙып, төрлө гранттар яҙырға өйрәтеп, төрлө программаларҙа уҡытып, проекттар эшләргә өйрәтеү менән бер рәттән, үҙе лә ике йүнәлеш алып бара: педагог-психолог һәм Әбйәлил районының ирекмәнлек хәрәкәте етәксеһе булараҡ эшләй. Бөтә хеҙмәттәре, әлбиттә, райондаштарға ярҙам итеүҙән ғибәрәт. Улар бергәләп юғалған кешеләрҙе эҙләй, янғындарға ҡаршы көрәшә, мохтаждарға булышлыҡ итә, тирә-яҡ мөхитте һаҡлай, өҫтәүенә, республикала беренсе тапҡыр уҙғарылған “Ирекмәндәр”, “Экологик ирекмәнлек”, “Иреклелек форумы”, “Урал аръяғы-2023 ирекмәндәре” форумдарында ҡатнашып, тәжрибәләрен арттыра. Өфөлә уҙған Бөтә Рәсәй экология форумында “Йәшел йөкләмәне бушатыу” (“Зеленая разгрузка”) проектын тәҡдим итеп, республика кимәленән үтәләр һәм Рәсәй кимәлендә көстәрен һынап ҡарарға тәҡдим алалар. Әбйәлил районы ирекмәндәре махсус хәрби операция өсөн бөгөнгө көнгә ун тонналап гуманитар ярҙам йыйған. Бөтә район халҡы килтергән әйберҙәрҙе ҡабул итеп, махсус төргәктәр әҙерләүҙә ирекмән балаларҙың хеҙмәте ҙур. Уларҙың аңлап, ниәт итеп, ихлас күңелдән башҡарған эштәре был. Дөйөм алғанда, районда әлегә 178 бала, 320 өлкән кеше, йәштәрҙән – 57, студенттарҙан 50-гә яҡын ирекмән теркәлгән. Бер нисә йыл элек кенә бындай йүнәлеш бөтөнләй булмаған район өсөн был - оло күрһәткес һәм ғорурлыҡ. Әлбиттә, ошо һандар күпте һөйләһә лә, район биләмәһендә ирекмәндәрҙе әле тағы ла ҙурыраҡ эштәр көтә. Мәҫәлән, бөгөн улар өсөн тәбиғәтте һаҡлау көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Киләсәк быуынға саф һауа, таҙа тәбиғәт ҡалдырырға тырышыу маҡсаттарының бер өлөшө булһа, бөгөн иһә янғындар осоро уларҙың иңенә ҙур яуаплылыҡ булып һалына. Ошо бар эште ойоштороп, район тормошондағы хәл-ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнаған Динара Радик ҡыҙының киләсәккә ниәттәре бик ҙур. Ирекмәнлек буйынса Рәсәй кимәлендәге төрлө программалар буйынса уҡығандан һуң, Мәскәү профессиональ компетенциялар академияһында Социаль педагог-психолог һөнәрен үҙләштергән милләттәшебеҙ, әлеге көндә магистратураға имтихандар тапшырып, нейропсихология өлкәһендә белемен камиллаштырырға йыйына. Донъяның бар матурлығын һәм эскерһеҙлеген йөрәгенә йыйған милләттәшебеҙ бөгөн үҙе физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларға, йәғни “Ҡояш балалары”на ла ярҙам итә. Сәйәхәттәргә йөрөгән, төрлө кешеләр менән аралашып, файҙалы эштәр башҡарырға өлгөргән ҡыҙ үҙе шәхсән тәбиғәтте, йәнлектәрҙе һаҡлау, еңеү ирекмәндәре, экоирекмәндәр, психолог-ирекмән йүнәлештәрендә эш алып бара. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, күп файҙалы эш, ярҙам саралары ойоштороп өлгөргән. Уның маҡсаттары ла юғары. Ә уны бейек маҡсаттарға рухландырған йәнә бер мөһим күренеш – өс инвалид баланы һөйләшергә өйрәтеүе. Бөйөклөк ябайлыҡта тыуа, тигән кеүек, донъя өсөн ошо ваҡ ҡына булып күренгән ваҡиға ла уның өсөн оло әһәмиәткә эйә, мөһим күренеш, ҙур шатлыҡ. Әйткәндәй, ысынлап та, бер нәмәгә лә битараф ҡала алмаған ирекмән, бөгөн балалары менән пластик ҡапҡастар йыйыу менән мәшғүл. Был ҡапҡастар аяҡһыҙ-ҡулһыҙ балаларға протездар эшләүгә тотоноласаҡ. Бәләкәй генә шатлыҡты ла ҙур байрам булараҡ ҡабул итә белгән, кешенең шатлығын уртаҡлаша, ҡайғыларын үҙ йөрәге аша үткәрә белгән ирекмән-милләттәшебеҙ барыбыҙға ла өлгө булып тора. Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр тигән бик хаҡ һүҙҙәр иҫкә төшә был осраҡта. Эйе, Динара Радик ҡыҙының күңел матурлығы – Әбйәлил халҡына ғына түгел, барыбыҙға ла яҡшылыҡ, изгелек, шәфҡәтлелек, йылылыҡ таратыусы бер нур ул! Фотолар: Д. Ҡолмөхәмәтованың шәхси архивынан.