Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусын төҙөү буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Эш барышында ведомство етәкселәре, ректорҙар һәм йәлеп ителгән ойошма вәкилдәре менән бергә проектты тормошҡа ашырыуҙың юл картаһын тикшерҙе. – Юл картаһында бөтәһе 34 контроль нөктә теркәлгән, уларҙың 24-е үтәлгән, был 70% тәшкил итә. «Башҡортостан Республикаһында мәғарифты үҫтереү» дәүләт программаһына үҙгәрештәр индерергә кәрәк, – тине Андрей Назаров. Премьер-министр шулай уҡ йәштәр бизнес-акселераторын, коворкинг зонаһы менән мультимедиа конференц-залын йыһазландырыу өсөн ҡорамалдар һатып алыуға контракттар төҙөргә һәм проектты тормошҡа ашырыуҙың план үтәлешен билдәләргә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Күсмә кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ҡаттар буйлап үткәндән һуң, эште төҙөлөш штабында дауам итте һәм беренсе сираттағы төҙөлөштә ентекле туҡталды. – Бөгөнгө көндә тупраҡты махсус иретмә менән баҫым аҫтында тултырыу буйынса эштәр алып барыла. Бинаның бөтә ҡаттарында колонналар нығытыла. 5-14 ҡатта вентиляция, төтөн сығарыу һәм электр менән тәьмин итеү ҡоролмалары ҡуйыу эштәре бара. Беҙҙең бурыс – эште ваҡытында тамамлау. Шуға күрә кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла йөкләмәләрҙе мөмкин тиклем тиҙерәк үтәргә һәм башҡарылған эш тураһында даими отчет бирергә тейеш, – тип белдерҙе Министрҙар Кабинеты етәксеһе. Фотолар: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Андрей Назаров студенттар кампусы майҙансығында эштәр барышын тикшерҙе
7 августа 20237 авг 2023
1 мин