7 августа Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 13-сө ҡала клиник дауаханаһы поликлиникаһы эше менән танышты. Ул баш ҡаланың Калинин районында урынлашҡан һәм 34 меңгә яҡын кешене хеҙмәтләндерә. Дауахананың баш табибы Булат Ғарифуллин ҡунаҡтарға электрон яҙылыу һәм пациенттар ағымын маршрутлаштырыу нисек ойошторолоуы хаҡында һөйләне. Администратор инеү урынында халыҡҡа медицина учреждениеһында йүнәлештәр буйынса ярҙам итә, теге йәки был кабинеттың ниндәй ҡатта булыуын күрһәтә. Михаил Мурашко Һәм Радий Хәбиров «гематология» профиле буйынса беренсел махсуслаштырылған медицина-санитар ярҙам үҙәген ҡараны, шулай уҡ поликлиниканың лаборатория комплексында булды. Был поликлиника - клиник-диагностика лабораторияһы башҡарған тикшеренеүҙәр күләме буйынса Башҡортостанда алдынғыларҙың береһе. Ул автомат һәм ярым автомат анализаторҙар менән йыһазландырылған. – Медицина эшен дөрөҫ ойоштороу мөһим, һәр кем үҙ эше менән генә шөғөлләнһен өсөн. Был – пацие
Рәсәй ҡунаҡтары - Өфөнөң 13-сө дауахана поликлиникаһында
7 августа 20237 авг 2023
1 мин