Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Төп бүләк - автомобиль!

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Баймаҡ районының Граф күле буйында икенсе “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале 11 августан 13 авгусҡа тиклем үтәсәк. «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале төбәк башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән икенсе тапҡыр уҙғарыла. Байрам республиканың йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү һәм халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә, башҡорт тоҡомло аттарҙы популярлаштырыуға булышлыҡ итә. Фестивалдең эшлекле программаһында - «Йылҡы үрсетеү һәм йылҡысылыҡ продукцияһын эшкәртеү проблемалары» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтәсәк. Спикерҙар булып Дағстан, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Азербайжан, Ҡырым, Ҡырғыҙ, Чечен республикалары һәм башҡа төбәктәрҙең алдынғы йылҡысылары сығыш яһай. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, фестивалдең тәүге көнөндә, 11 августа, майҙансыҡта ат спорты ярыштарының һайлап алыу турҙары уҙа. 12 августа, фестивалдең төп көнөндә ҡунаҡтарҙы һәм ҡатнашыусыларҙы эшлекле программа ғына түгел, ә башҡорт атына бәйле төрлө тамаша саралары көтә. «Ауҙарыш» (аттарҙа көрәш), «Ылаҡ» (аттарҙа команда уйыны) милли спорт төрҙәре буйынса ярыш, «Тай-тулак» (атта йөрөүселәр чемпионаты), йәйәү һәм аттан уҡтан атыу кеүек бәйгеләр үтә. Әйткәндәй, ат сабышында еңеүсене – еңел автомобиль, ә “Ылаҡ”та еңеүселәрҙе миллион һум аҡсалата приз көтә. Бынан тыш, фестивалдә бай мәҙәни программа һәм эшлекле һөйләшеүҙәр ҙә алып барыласаҡ. Автор фотоһы.