Эй, бесән мәле! Бесән эшләүе еңелдән булмаһа ла бик күңелле бит ул. Элеккерәк ваҡытты әйтәм. Беҙҙе бәләкәйҙән һыуға барырға, сәй ҡайнатырға алып бара торғайнылар. Бесән кипкәс, бакуй әйләндерергә, йыйышырға, әсәйҙәр күбә күбәләгәндә һәнәктән ҡалғанын тырмалап йөрөргә. Эй шул мәлдәр матур ғына хәтирә булып хәтерҙә һаҡлана. Төш етә башлаһа, әсәй, бәпәйем, бар, һыуға барып кил, сәй ҡайната һалып эсәйек, тиер ине. Бер юлы сиректәге тоҙло итте лә һалҡын шишмәгә алып барып сайҡатып-сайҡатып алаһың, яңы кәртүкте лә ҡырып ҡына әрсеп, ҡыуыш янына алып ҡайтаһың. Ә ҡыуыш шәп була торғайны беҙҙең. Атай унда йыш ҡына йоҡлап ҡала ине. Олоғайғас, әлбиттә, пенсияға сыҡҡас. Ә йәшерәк сағында техника менән колхоз бесәнен саба ине, үҙебеҙҙең сабынлыҡтың яланыраҡ ерҙәрен дә косилка менән сабып китә. Ә бәләкәй "ҡолаҡ"тар ҡул менән сабыуға ҡала... Йәйәүләп тә йөрөнөк. 4-5 саҡрым тирәһе ине шикелле. Тау ҙа тау. Әллә нисә сабынлыҡ үтәһең, арып-талып барып етәһең. Әсәй саҡ ҡына ултырып тора ла салғыһын, яныуыс