7 августа Республика йортонда Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың осрашыуы үтте. Көн тәртибендә Федераль Һаулыҡ һаҡлау министрлығының төбәк менән үҙ-ара хеҙмәт бәйләнеше, шулай уҡ тармаҡ программаларын һәм проекттарын тормошҡа ашырыу ҡаралды. – Өфөлә беренсел медицина-санитар ярҙамды үҫтереү буйынса Бөтә Рәсәй кәңәшмәһен үткәрергә ҡарар иткәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Шулай уҡ табиптар берләшмәһе, республика халҡы исеменән һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Беҙ коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшеп ҡатмарлы осор үттек. Бөгөн дә тармаҡты үҫтереүгә ҙур ресурстар йүнәлтәбеҙ, – тип белдерҙе Радий Хәбиров. – Бөгөнгө көндә федераль ярҙам менән ике ҙур объект төҙөйбөҙ. Был “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән Республика кардиология үҙәгенең яңы корпусы һәм Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге. Төбәк етәксеһе ауыл ерендә фельдшер-акушерлыҡ пункттары селтәрен яңыртыу хаҡында ла һөйләне. Әле
Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко менән эшлекле осрашыу
7 августа 20237 авг 2023
1 мин