Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Уларҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

Баҡалы районының Ҡамай ауылында илһөйәр, уңған кешеләр йәшәй. Илдә барған ваҡиғаларҙан да ситтә ҡалмай улар. Махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән яҡташтарына әленән-әле ярҙам итәләр. Хәрби операцияла вафат булған ауылдаштары Марсель Муллағәлиевтең исемен мәңгеләштереү маҡсатында уның иҫтәлегенә аллея астылар. - Беҙҙең азатлығыбыҙ һәм бойондороҡһоҙлоғобоҙ өсөн ғүмерен биргәндәрҙең хәтерен һаҡлауҙың мөһимлеген аңлап эш иттек. Һәр беребеҙ ҙә ҡыйыу геройҙарыбыҙҙың тыныслыҡ хаҡына батырлыҡтары онотолорға тейеш түгел. Ҡамай мәсете биләмәһендә Муллағәлиев Марсель Фәнис улы иҫтәлегенә ағастарҙан аллея булдырҙыҡ. Ул һуғышта һәләк булғандар тураһында иҫтәлегебеҙҙең мәңгелек символы булып хеҙмәт итәсәк. Был аллея ҡайғы символы ғына түгел, ә беҙҙең берҙәмлегебеҙ һәм рух көсөбөҙ тураһында иҫкә төшөрөүсе мөйөш тә буласаҡ, – ти ауыл халҡы. Ағас алып ҡайтып ултыртыуҙа ауыл халҡы бик әүҙем ҡатнашҡан. Был эште башлап ойоштороп йөрөүсө Радик Фәһим улы Шәфиғуллиндың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Ул ауылын төҙөкләндереү буйынса бик ҙур эштәр башҡара. Бының хаҡта тулыраҡ гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡығыҙ. Радик Шәфиғуллин фотолары.