Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ныҡ тирләйһегеҙ икән...

Урамда шул тиклем эҫе. Был ваҡытта берәүҙәр йылға-күл буйына ашыға, икенселәр күләгәлә ҡалыуҙы хуп күрә. Тәүгеләренә эҫе ҡояш нурҙарында күп булмаҫҡа кәңәш ителә, юғиһә ҡояштың һуғыуы йәки башҡа эҫе ҡабыуы ихтимал. “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, эҫе ваҡытта күберәк һыу эсергә кәрәк. Әйткәндәй, кем йыш тирләй, тимәк, организмда электролиттар - К, Na, Mg, Cl иондары кәмей, шуға ундайҙарға күберәк йәшелсә салаты, һутлы емеш-еләк ашарға кәңәш ителә. Тағы шуға иғтибар итегеҙ: һыу эске килеү тойғоһо һыуһыҙландырыуҙы аңлатмай. Тағы баш әйләнеү, арыу, баш ауыртыуы ла бындай хәлдең сәбәптәре булырға мөмкин. Иҫ юғалтыу, пульстың кәмеүе, йыш тын алыу, тәндең ҡыҙарыуы, эҫе, ҡоро тән температураһының 40-тан артыуы ихтимал һәм башҡа хәлдәр ҙә теркәлә. Эҫе ваҡытта йыш һәм аҙлап һыу эсеү кәңәш ителә. Уның да бүлмә температураһында булыуы яҡшы. Татлы эсемлектәргә, ҡәһүәгә ҡарағанда, ябай һыу файҙалыраҡ. Ә бына алкоголле эсемлектәрҙән бөтөнләй баш тартығыҙ. Ныҡ ҡыҙҙырған ҡояштан ҡасығыҙ! Ультрафиолет индексы – ультрафиолет нурланыуы күрһәткесе. Уның кимәле ҙур булған һайын организм өсөн ҡурҡынысыраҡ. Ә уның тураһында “Һауа торошо” ҡушымтаһында йәки интернет аша белергә була. Мәҫәлән, был күрһәткес 3–7 икән, тимәк, был кеше өсөн иртәнге 11-ҙән алып төшкә тиклем ҡояш нурҙары хәүефлерәк. Урамға сығыр алдынан асыҡ тән урынына SPF-15 булған, ҡояштан һаҡлаған крем һөртөү зарур. Бынан тыш, баш кейеме һәм ҡояштан һаҡлаған күҙлек кейергә онотмағыҙ. Күрһәткес 8 һәм унан да күберәк булһа, күләгәлә торорға, тәнде ҡояштан һаҡлаған кейем, эшләпә, күҙлек кейергә кәңәш ителә. Елләткес йәки кондиционер файҙаланығыҙ! Тынсыу, тын алыу ауыр булған биналарҙа һауа әйләнеше өсөн елләткес йәки кондиционер файҙаланырға кәңәш итәләр. Ҡояш нурҙары ныҡлап ҡыҙҙырған һайын тәҙрә жалюзиһын йәки шаршауын ябырға ла онотмағыҙ. Бынан тыш, эҫе ҡояштан һаҡланыуҙың түбәндәге төрҙәре лә бар. Улар – аяҡты һалҡын һыу һалынған һауытҡа тығып ултырыу, еүеш таҫтамал менән һөртөнөү, һалҡын душҡа кереү һәм үҙең менән һалҡын һыу тултырылған пульверизатор алып йөрөү. Водителдәр иғтибарына! Йәй көнө ишектәре, тәҙрәләре ябылған автомобилдә һауа ныҡ тиҙ йылына. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бына ошондай хәлдә бәләкәй балаларҙың һәләк булыу осраҡтары теркәлә. Йорт хайуандарының да ошо сәбәпле үлеүе ихтимал. Ғөмүмән, үҙегеҙ һәм яҡындарығыҙ тураһында хәстәрлек күрегеҙ. Бигерәк тә оло йәштәгеләрҙең һәм бәләкәстәрҙең һаулығы даими иғтибар үҙәгендә булһын. Юғиһә, башҡа эҫе ҡабыуы йәки ҡояш һуғыуы ихтимал. Фото: Галина Бахшиева ("Башинформ").