Милли кейемдә сағылған традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлау, популярлаштырыу, этник элементтарҙы заманса модаға интеграциялау һәм милләт-ара бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһының Милли музейы “Таҡыя” I халыҡ-ара балалар милли кейеме оҫталары конкурсында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итә. (Таҡыя - (башҡ. таҡыя) түбәтәй, урта Азия һәм Волга буйы халыҡтарында (башҡорттар, татарҙар, ҡырғыҙҙар, мариҙар, удмурттар һ.б.) таралған традицион байрам ҡыҙҙар һәм ирҙәр баш кейеме. Конкурста кейем эшләүселәр, костюмдар буйынса рәссамдар, дизайнерҙар, 16 йәштән профилле юғары уҡыу йорттары студенттары һәм милли кейем темаһы менән мауығыусылар ҡатнаша ала. Конкурс Башҡортостан Республикаһында, Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә һәм яҡын сит илдәрҙә йәшәгән халыҡтарҙың милли кейемдәрен һәм аксессуарҙарын ҡарауҙы күҙ уңында тота. Ғаризалар 2023 йылдың 20 апреленән 1 сентябренә тиклем ҡабул ителә. ❗ Конкурс түбәндәге номинациялар буйынса үткәрелә: - "Балалар кейеме-реконструкция»; Балала
“Таҡыя” I халыҡ-ара балалар милли кейеме оҫталарҙы көтә
7 августа 20237 авг 2023
1 мин