Интернетта рус егетенең башҡорт милли биҙәүестәре эшләп һалғанын урап үтә алманым. Көйөргәҙе районының район мәҙәниәт һарайының режиссёры Александр Тарасов-Субботин селтәр, ҡашмау эшләп үҙенең сәхифәһендә бүлеште. Был уның беренсе эштәре түгел, быға тиклем ул башҡорт милли биҙәүестәренең стиизацияһын эшләй. Райондарында үткән “Һылыуҡай” конкурсы ҡатнашыусылары уның биҙәүестәрендә сығыш яһай. Александр милли биҙәүестәр менән өс йыл шөғөлләнә. Быға тиклем рус ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме кокошниктар эшләй. Ҡул эшенә һөйөү ғаиләнән килә тип әйтә алмай. Был егеттең шәхсән теләге. Бала сағында кино төшөрөргә хыялланған егет, төрлө костюмдары күп кәрәк буласағын аңлай. Былтыр милли кейемдәр менән мауығыуы башҡорт милли кейеменә алып килә: - Башҡорт кейеменә килеү тарихы былайыраҡ булды. Күмертау ҡалаһынан Көйөргәҙе районының “Йәшлек” мәҙәниәт йортона эшкә килгәс Республикала милли кейемдәрҙе үҫтереү буйынса ҙур эштәр барғанын аңланым. Ә беҙҙең районда был эштәр бик артта ҡалған ине. Бөгөнгө к