Йәмғиәттә эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу – "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам" милли проектының төп йүнәлештәренең береһе. Балаҡатай районы хакимиәтендә сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтте, унда “БиотехТуғыҙлы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Динар Әхмәтдинов эш төркөмө ағзаларына Балаҡатай районы биләмәһендә ауыл хужалығы культураларын үҫтереү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙың ағымдағы торошо тураһында хәбәр итте. Был проекттың маҡсаты ауыл хужалығы культураларын үҫтереүгә һәм яңы эш урындары булдырыуға ҡайтып ҡала. “БиотехТуғыҙлы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2022 йылда эшләй башлаған, әммә был ваҡыт эсендә ул үҙенең һөҙөмтәһе менән ҡыуандырып та өлгөргән. Эш барышында 1954 гектар майҙанда пар ерҙәре эшкәртелгән. 2023 йылғы уңыш өсөн ошо уҡ майҙанда ужым кәрешкәһе менән ҡатнашмала ужым арышы сәселгән. Ә быйыл 2024 йылғы уңыш өсөн ужым культураларын сәсеүгә 2000 гектар һөрөнтө ерҙе эшкәрттеләр. Планда 1954 гектар ужым шипкәнен һәм 2