Черниковка биҫтәһендәге һаңғырауҙар мәҙәниәт йортона капиталь ремонт 2023 йылда башлана. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта һүҙ барҙы. Төбәк етәксеһе республика Мәҙәниәт министрлығына, Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына һәм Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына учреждениены яңыртыу һәм артабан эш итеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. – Зинһар өсөн, һаңғырауҙар мәҙәниәт һарайында, Черниковкаға барып ҡайтығыҙ. Улар күптән ремонт һорай, мин вәғәҙә иттем. Быйыл уны яңыртыуға тотонорға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙә һаңғырауҙар федерацияһы бик әүҙем, көслө. Шул уҡ ваҡытта улар бик тыйнаҡ. Әлбиттә, был кешеләргә ярҙам итергә кәрәк. Шулай уҡ ултырышта республиканың спорт министры Руслан Хәбибов 23 июлдән 2 авгусҡа тиклем Өфөлә уҙған сурдлимпиясыларҙың “Беҙ бергә. Спорт” йәйге уйындарына йомғаҡтар яһаны. Ярыштар донъяның 30 иленән, шул иҫәптән Беларусь, Ҡаҙағстан, Бразилия, Франция, Төркиә, Испания, Израиль, Кения, Ф