Найти тему
Башҡортостан гәзите

Баймаҡ баҙарында хаҡтар ни хаҡ?

Ауыл халҡы йыл әйләнәһенә шәхси хужалығында мал аҫрап, ғаиләһен сифатлы ризыҡ менән тәьмин итергә, үҙенән артып ҡалғанын баҙарға сығарып һатып, аҙ булһа ла файҙа күрергә тырыша. Был видеояҙманы хеҙмәттәшебеҙ Гөлсимә Сәлихова Баймаҡ баҙарында төшөргән. Күреүегеҙсә, сауҙа рәттәре хужабикәләрҙең үҙҙәре етештергән һөт, ит ризыҡтарынан һығылып тора. Хаҡтар ҙа тешләшмәй. Мәҫәлән, аҡ майҙың бер килограмын 700-800 һумдан, бер баш ҡоротто 100 һумдан, 0,5 литр банкалағы ҡаймаҡты 300 һумдан, ҡыҙыл эремсектең килоһын 300-350 һумдан тәҡдим итәләр. Ҡымыҙҙың 1,5 литры – 250 һум, сырҙың бер килограмы 400 һум, ҡомалаҡ икмәге (ҙур карауай) 100-150 һум Баймаҡ баҙарында. Ауыл халҡы шәхси хужалығында үрсетеп һимерткән бройлер, өйрәктәрен дә һуйып һата башланы. Тауыҡ итенең килограмын 350 һумдан тәҡдим итәләр. Иң мөһиме шул: ауыл халҡы аҙ булһа ла килем алып йыуана, ә мал-тыуар тотмағандар сифатлы, экологик йәһәттән таҙа ризыҡ һатып алыу мөмкинлегенә ҡыуана. Әйткәндәй, Баймаҡта етештерелгән һөт ризыҡтары айырым тәме, үҙенсәлеге менән айырыла, ти күптәр. Мәҫәлән, Дәүләкән районында йәшәгән таныш апай йылына бер нисә тапҡыр Баймаҡтан ҡорот алдыра. Ә һеҙҙең төбәктә ауыл халҡына үҙ продукцияһын һатыу өсөн мөмкинлектәр бармы? Хаҡтар ни хаҡ? Фото: bezformata.com