Хикәйә Совет прозаигы, М. Горький исемендәге РСФСР Дәүләт премияһы лауреаты Сергей ВОРОНИНдың бер әҫәрен тәҡдим итәбеҙ. 1976 йылда яҙылған хикәйә бөгөн дә йәмғиәтебеҙҙә көнүҙәк булған ауыр проблемаларҙың береһен күтәрә, бәләкәй генә эпизод ярҙамында уйланырға мәжбүр итә. Кисен Алевтина Николаевнаға күрше малайы йүгереп килде. Ихатала уйнап ултырған балаларға ҡабалан ҡараш ташлай-ташлай, хәбәрен еткерҙе: – Әсәйем әйтергә ҡушты: һеҙҙең Надька пекарня янындағы канауҙа иҫерек килеш аунап ята, – шулай тигәс, сығып та йүгерҙе. Алевтина Николаевна, йыуан, ҡасандыр дәрт-дарманлы, ә хәҙер ибәтәйһеҙ йәйелгән ҡатын, шунда уҡ юлға ашыҡты. Ирендәре тауышһыҙ ғына нимәлер шыбырланы, тик тиҙҙән тыны ҡыҫыла башланы һәм ул яйларға мәжбүр булды. Артабан ауыр аҙымдар менән, һәр баҫҡан һайын баш эйгәндәй, алға атланы. Пекарня уның йортонан әллә ни алыҫ та түгел, әммә юл үргә табан булғас, Алевтина Николаевна торған һайын күберәк туҡтаны, ял итеп алырға маташты. Уның эргәһенән автобустар һәм йөк машиналары үтә торҙо. Мопедтар һәм мотоциклдар тырылданы. Шул саҡ артында арба шаҡылдаған тауыш ишетелде. Алевтина Николаевна ошо тауыштан, гүйә, уянып китте һәм арбаны туҡтатыу өсөн бар көсөнә ҡулдарын болғай башланы. Ул уны белә ине. Был аты ише кеүек, ярайһы ҡартайған, бәләкәй, әммә әлегә йәнлелеген юғалтмаған осҡор ҡарашлы уҙаман ине. Ҡарт аҙыҡ-түлек лавкаһына йә икмәк, йә лимонад, йә башҡа төрлө ризыҡ ташый. – Степан Васильич, – тип өҙлөгө-өҙлөгә өндәште уға Алевтина Николаевна һәм еңе менән маңлайыдағы тирен һыпырҙы. – Алып бар әле мине...бынан йыраҡ түгел...пекарняға тиклем... – Нимәһе бар, әйҙә һуң, ултыр. Йәлме ни... Ниндәй эш менән шул тиклем ҡабаланаһың? Алевтина Николевна хәлде һөйләп бирҙе. – Хөрт, – тип ризаһыҙ башын һелкте Степан Васильич. – Ир эсһә – бәлә, бисә эсһә – бөттө, тигән һүҙ. Ә һин нимә быға юл ҡуяһың? – Тыңламай бит. – Хөрт. Ә бөтәһе лә ҡатындарҙы ирҙәргә тиңләгәндән килә. Иман юҡ бит хәҙер, йәштәр гонаһ нимә икәнен аңламай, бына шуға кирегә тәгәрәй ҙә ул донъя. Ҡайҙа тиклем тәгәрәр – кем белә, – ул дилбегәне тартты һәм пекарня яғына боролдо. Унда канауҙа, бите менән ергә ҡапланып, Надька, Алевтина Николевнаның ҡыҙы ята ине. Бер аяғы ибәтәйһеҙ булып, эсенә бөгөлһә, икенсеһе, тулыһынса асылып, оятһыҙ рәүештә ағарып күренә. Алевтина Николевна иң тәүҙә күлдәгенең итәген рәтләне. Унан, ауыр көрһөнөп, тыны ҡыҫыла-ҡыҫыла, ҡарт менән бергә уны арбаға табан һөйрәттеләр, күтәрергә маташтылар, әммә хәлдәренән килмәне. Шул саҡта Алевтина Николаевна эргәнән үтеп барған, шорты һәм ҡара күҙлек кейгән ике һаҡаллы ир-егеткә мөрәжәғәт итте, әммә улар күҙ ҡырыйы менән генә баҡты ла, үтеп китте. Береһе ҡарсыҡҡа аҡайып ҡарап, бармағын сикәһе эргәһендә борғосланы. Пекарняның хеҙмәтсәндәре ярҙам итте. Надьканы йәлләй-йәлләй арбаға күтәрешеп һалдылар ҙа, нимәлер гәпләшә-гәпләшә, келәт яғына йүнәлделәр. Степан Васильич ошондай йөк ташырға мәжбүр булыуы менән, әлбиттә, бик ҡәнәғәт түгел ине, мәгәр ҡарсыҡты йәлләне һәм “биш гонаһымды ярлыҡарҙар” тип һөйләнә-һөйләнә, атын тау аҫтына ҡыуҙы. Надьканы бәләкәй ҡапҡа аша ихатаға индергәнсе, унан йорт эсенә тиклем һөйрәгәнсе байтаҡ хитланырға тура килде. Карауатҡа күтәреп торманылар. Шул килеш иҙәндә ятҡанса ҡалдырҙылар, тик әсәһе генә баш аҫтына мендәр тыҡты ла, түшәк япты – өшөмәһен типтер инде. Ә аҫтына нимәлер түшәргә көсө етмәне. Надьканың балалары – игеҙәктәр, беренсе класс уҡыусылары – бер ирҙәрсә ҡуйы итеп хырылдаған, бер ауыр йоҡо аша нимәлер мығырлаған иҫерек әсәләренә ғазаплы әрнеү менән баҡты. – Ни эшләп улай ул? – тип һораны малай. – Әйттем бит: барыһы ла һеҙҙең атағыҙ өсөн. Әгәр ташлап китмәһә, был тикле эсмәҫ ине. Ул ғазаплана, ә барыбер аңламай: үҙен дә юҡҡҡа сығара, беҙгә лә тыныс йәшәргә бирмәй. Эй, Аллаһым, ни өсөн шулай? – Алевтина Николевна илап ебәрҙе. Төнөн ул бик оҙаҡ тубыҡланып торҙо, тәҙрә аша йондоҙло ҡара күккә төбәлеп, Аллаһы Тәғәләгә ялбарҙы, ҡыҙын хаҡ юлға баҫтырыуын үтенде, мөхәббәтән һәм мәсхәрәнән булған әрнеүҙәренен баҫырға ярҙам итеүен, балаларҙы йәлләүен һораны. Ул шул тиклем ихлас ялбарҙы, әлбиттә, үҙе белгәнсә, сөнки доғаларҙы күптән онотоп бөткәйне. Таң һыҙылыр саҡта ғына йоҡларға ятты һәм нескә серем тулҡынында онотола ғына башлағайны, кинәт Надьканың йән әсеткес тауышынан тертләп уянып китте. Торҙо, ҡыҙының баш аҫтына мендәр тыҡты һәм Надька тынып ҡалды. Әммә Алевтина Николаевна башҡа йоҡлай алманы. Бер аҙ ятҡас, торҙо һәм хужалыҡ мәшәҡәттәренә тотондо. Ә балаларҙы торғоҙорға ваҡыт еткәс, уларҙы уятты ла, әсәләре алдына тубыҡландырып ҡуйҙы. Үҙе лә тубыҡланды. – Уятығыҙ әсәгеҙҙе, – тине ул. Балалар бер-береһенә ҡарашты ла, ҡыйыуһыҙ ғына әсәләренең иңбашына төрттө. – Уятығыҙ, уятығыҙ. - Әсәй, тор, әсәй... Надька нимәлер мөңгөрләне һәм ҡулдарын һыпырып ташларға маташты. – Әсәй, әсәй...Әсәй... Надька ауырлыҡ менән күҙҙәрен асты. Алдында кемдәр торғанын аңламаны. Әммә тора бара ҡараштары аныҡланды, ҡалҡына биреп ҡуйҙы. – Нимә эшләүегеҙ был? – тип аптырап һораны. Шул саҡ Алевтина Николаевна уның аяғына йығылды. – Аллаһы Тәғәлә менән үтенәбеҙ, эсмә зинһар, йәллә беҙҙе! – тип ялбарҙы ҡарсыҡ, йәштәренә тығыла-тығыла. – Әсәй, әсәкәйем ... – балалар уға табан ҡулдарын һуҙҙы. Ҡыҙы күкрәгенә башын һалды, ә малайы ҡалтыраған тауыш менән ялбарыуын дауам итте: – Эсмә, әсәй, кәрәкмәй, һөйөклө әсәкәйем... – Был ни тигән хәл?! – Надька аяҡтарын эргәһендә йыуан, сал сәсле ҡарсыҡ ятҡанын, күҙ йәштәренә сыланған йөҙҙәре менән уға баҡҡан балаларын күреп, ҡурҡыу ҡатыш ҡысҡырып ебәрҙе. – Был ни тигән хәл?! Ул ҡарсыҡты күтәрергә маташты, әммә Алевтина Николаевна уның һайын нығыраҡ иҙәнгә һылашты. – Эсеүемде ташлайым, тип ант бирмәйсә тормайым! Балалар ҙа тормаясаҡ. – Ташлайым! Ташлайым! Тик тора күрегеҙ! Был ни тигән хәл?! Һуң, әсәй, Ленечка, Катя... Надька уларҙы ҡосаҡлап алды, эргәләренә тубыҡланды. Бына шулай, дүртәүләп, ҡосаҡлашып, байтаҡ ҡына ултырҙылар, күҙ йәштәренә ирек бирҙеләр, бер-береһенә нимәлер һөйләнеләр. Ҡатын, уларҙы үҙенә ҡыҫып, башҡа ауыҙыма тамсы ла алмайым тип, анттар бирҙе, бынан һуң барыһы ла яҡшы буласаҡ тип өмөтләндерҙе. – Һеҙҙең ғүмерегеҙ менән ант итәм, балалар! – Ах, ҡыҙым, ниндәй ант бирҙең. Һүҙеңдә тормаһаң, тормош бик ҡыйырһытыр үҙҙәрен. – Юҡ, әсәй, бына күрерһең! Ошо көндән башлап уларҙың йортонда бөткөһөҙ бер байрам башланды. Һәм бына ул бер йыл дауам итә. Көндән көн ҡарсыҡ та тыныслана бара, әммә ҡайһы саҡта, шикләнеп китеп, кухня тәҙрәһенән урамға, ҡатын-ҡыҙҙарҙың сыр-сыу тыуышы сыҡҡан яҡҡа баға. Әммә, Аллаға шөкөр, унда уның ҡыҙы юҡ. Ә Надька көндә эштән һуң йортона ашыға. Балалар иһә уның ҡаршыһына йүгерә: өләсәләре шулай өйрәткән – әсәйҙе шатланып ҡаршы алырға кәрәк. – Әсәй килә! Әсәй килә! – тип һөрәнләй улар, унан иһә, икеһе ике яҡтан атлай, ә Надька иһә уртала – ҡояштай балҡый, күңелсәк, сағыу. Байрам бит, ысын мәғәнәһендә байрам килде! Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА тәржемәһе. Фото: polese.by/wp-content