Найти тему
Башҡортостан гәзите

Торлаҡты күберәк ҡуртымға ала башлағандар

Башҡортостанда ҡала ситендәге торлаҡ объекттарын ҡуртымға алыуға һорау артҡан. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын да тормошҡа ашыра. Мәҫәлән, йыл эсендә торлаҡты ҡуртымға алыу - 46, бер ай эсендә - июндән июлгә тиклем 91 процентҡа күбәйгән. Тағы һуңғы айҙа тәҡдимдәр - ете процентҡа, йыл дауамында 30 процентҡа артҡан. Әммә шул уҡ ваҡытта хаҡ бер нисек тә үҙгәрмәгән – тәүлегенә биш мең һум тәшкил иткән. Элиталы торлаҡты ҡуртымға алыу тураһындағы иғландарҙа ғына 20 мең һум һоралған. Был – “Авито. Күсемһеҙ милек” мәғлүмәттәре. Тағы эксперттар белдереүенсә, күсем­һеҙ милектең беренсел баҙарында хәл үткән йылдағыса, йәғни һорау кәмей, хаҡтар үҫеү­ҙән туҡтай, тәҡдим дә бер аҙ һирә­гәйә, яңы төҙөлөштәге фатирҙарҙа уртаса майҙан да бер аҙ бәләкәйләнә. Белгестәр ҡала ситендәге торлаҡ объекттарҙы ҡуртымға алыуға һорауҙың артыуының һауа торошона бәйле булыуы менән аңлата. Ә быйылғы йәй иһә эҫе. Әммә ҡала ситендыге йорттарҙы ҡуртымға алып, ял иткәндә эҫе ҡояш нурҙарынан һаҡланыу сараларын күреү тураһында ла онотмағыҙ. Ғөмүмән, сәләмәтлегегеҙгә һаҡсыл ҡараш булдырығыҙ.