Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ижади кешеләр араһында конкурс

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы 2024 йылда “Ижади кешеләр” төбәк проектын (регионального проекта «Творческие люди») тормошҡа ашырыу сиктәрендә иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениеларына һәм уларҙың хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға субсидия биреү маҡсатында һайлап алыу конкурсын иғлан итә. Конкурс шарттары Башҡортостан Республикаһының 2017 йылдың 31 майындағы 248-се ҡарары менән раҫланған “Иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениеларына дәүләт ярҙамы”, “Иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы” сараларын тормошҡа ашырыуға мәҙәниәт тармағына ярҙам итеү өсөн субсидиялар биреү һәм бүлеү ҡағиҙәләре менән билдәләнгән. Конкурста Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының ауыл биләмәләре биләмәһендә урынлашҡан мәҙәни-ял итеү учреждениелары, дөйөм ҡулланылыштағы китапханалар, музейҙар ҡатнаша ала, шулай уҡ үрҙә күрһәтелгән мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре. Конкурс ғаризалары Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт Министрлығының социомәҙәни эшмәкәрлек бүлегендә 2023 йылдың 16-23 авгусында 10.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем (төшкө аш 13.00 сәғәттән 14.00 сәғәткә тиклем) Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 18-се йорт, 21-се кабинет адресы буйынса ҡабул ителә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Ижади кешеләр” төбәк проекты “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Был милли проекттар, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы 2019 йылда старт алды Сығанаҡ: culture.bashkortostan.ru